

28 ғинуарҙа “Торатау” геопаркы биләмәһендә “Красноусол” курорты янында “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” төбәк-ара мәҙәни-танып белеү фестивале булды. Сараны Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса Президент фонды ярҙамы менән “Тархан” туроператоры һәм Ғафури районы хакимиәте ойошторҙо.
Фестивалгә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, Ишембай, Бөрө, Ауырғазы райондарынан 700-ҙән ашыу ҡунаҡ килде. Уйындарҙы абруйлы ҡунаҡтар – Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм Наталья Костенко асты. Тамашасылар өсөн ойоштороусылар бай мәҙәни-күңел асыу программаһы тәҡдим итте.
Майҙансыҡта һөнәрселәр йәрминкәһе һәм гастрономия рәттәре эшләне. “Бишбармаҡ” кулинария студияһы streer-food рәүешендәге бишбармаҡ әҙерләгәйне. Фестиваль барышында шулай уҡ “Мәргән уҡсы”, “Бәйге”, “Русские забавы” кеүек ярыштар уҙғарылды. Өс бәйгелә 160-ҡа яҡын һәүәҫкәр спортсы, ә уҡ атыуҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡатнашты.
Күрһәткестәргә ҡарағанда, “Бәйге”лә беренсе урынды Ғафури районы командаһы, “Русские забавы”ла – Өфө ҡалаһындағы “Диалог” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе командаһы, “Мәргән уҡсы”ла ир-егеттәр араһында Рәйес Низаметдинов, малайҙар араһында Батырхан Ғайсин, гүзәл заттар араһында Лилиә Низаметдинова, ҡыҙҙар араһында Зарина Зарипова яуланы.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә ойоштороусыларҙан һәм сараның мәғлүмәти партнеры “Спутник ҒМ” радиостанцияһынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара усаҡ тирәләй ҙур халыҡтар әйлән-бәйләне менән тамамланды.
Әйткәндәй, “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары”нда туроператорҙар өсөн реклама-таныштырыу туры булды. Унда Мәскәү, Вологда, Киров ҡалаларынан туристик индустрия вәкилдәре ҡатнашты.