Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2023, 22:30

Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?

Ә һеҙҙең яҡта был емеште нисек атайҙар?  Әскелтем тәмдәге емештең шифаһы тураһында шағирә Гөлнара Хәлфединова нимә ти? Ошо хаҡта һәм бөрлөгән майлау рецебы – яҙмала.

Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?

Оҙайлы ҡыш дауамында, айырыуса яҙға табан организм витаминдарға ҡытлыҡ кисерә башлай. Тап ошондай мәлдә төрлө тәғәм ашағы килеү теләге көсәйә. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова бөрлөгәнле май, был емештең шифаһы тураһында матур йөкмәткеле яҙма менән уртаҡлашты.

“Ҡыш бөтөп китмәҫ элек бөлдөргәнле май сығара һалайым, әтеү донъя мәшәҡәтенә күмелеп, туңдырғысты асып та ҡарамай, яҙға барып сығыла. Өләсәйем, бөлдөргән сәсәп йүткергәндә һәйбәт, ти торғайны. Ә быны үҙем йыйғайным, үҙебеҙҙең сауҡа аръяғынан.

Бөлдөргәне нимә әле, тип тораһығыҙҙыр инде, ҡыҙыл бөрлөгән инде ул, китапса әйткәндә.

"Баҡсаларҙа сәскә ата

Һин ултыртҡан бөрлөгән.

Ул да һине көтә һымаҡ,

Ник килмәйһең, бер генәм", - тип йырлайҙар бит әле, иҫләйһегеҙме шул йырҙы?

Бөлдөргән майлайһығыҙмы һеҙ, әллә май сейәләйһегеҙме?” – тип яҙҙы Гөлнара.

Йәйгелеккә, емеш өлгөрөү мәленә кәрәге тиер тип, бөрлөгәнле май рецебын да тәҡдим итәбеҙ. Таҙа итеп йыуып киптерелгән емештең өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡоябыҙ. Майығыҙ үтә ныҡ эҫе булмаһын. Ҡыш көнө әскелтем тәмле емеш танһыҡ ризыҡ булыр.

Һеҙҙең яҡта был емеште нисек атайҙар? Әҙәби телдәгесә – бөрлөгәнме, әллә Әбйәлил, Баймаҡ яҡтарындағыса, бөлдөргәнме? Әллә бөтөнләй башҡа атамаһы бармы?

Сығанаҡ: Г. Хәлфетдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Бөрлөгәнме, бөлдөргәнме?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: