Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә, көн һайын тиерлек төрлө саралар үтә. Кисә Ташлы йылғаһы буйында "Балыҡ ҡап!" тип аталған конкурс үткән. Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ял, байрам көндәрен эскеһеҙ үткәреү, яңы шөғөлдәр табыу милләтебеҙгә сәләмәт тормошҡа юл аса. Төрлө саралар араһында халыҡтың күңеленә хуш килгәндәренең береһе, моғайын, балыҡ тотоу ярышылыр. Олоһон да, кесеһен дә ылыҡтырып, тотош бер байрамға әйләнә ул ауылдарҙа.
"Кисә Әбүбәкерҙең Ташлы йылғаһы буйында ғәҙәти булмаған йәнлелек күҙәтелде. Бер яҡта балыҡсылар йыйылһа, икенсе яҡта самауырҙар борланы, ҡаҙандарҙа балыҡ һурпаһы беште. Балыҡсылар мәкеләре эргәһендә мәшәҡәтләнгәндә, тамашасылар гармун моңдары аҫтында бейешеп, балалар өсөн төрлө халыҡ уйындары уҙғарҙы.
Ваҡытҡа боҙҙо тишеп, мәке уйыу, билдәләнгән ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк балыҡ тотоу, иң тәмле балҡ һурпаһы бешереү бурысы ҡуйылды бәйгеселәр алдында. Ырыу-ара иғлан ителгән ярыш айырыуса сәмле барҙы.
Ниһайәт, балыҡсылар табыштарын тотҡас, жюри “иң-иң”дәрҙе асыҡлағас, еңеүселәргә, шул иҫәптән тамашасылар араһындағы ярыштарҙа ҡатнашыусыларға ла бүләктәр тапшырылды. Бүләктәрҙе бейей-бейей, бер-береһен ҡеүәтләп, дәртләндереп алды әбүбәкерҙәр. Ҡатнашыусы бар ғаиләләр ҙә әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, әммә ауыл халҡы өсөн төп бүләк, ул әлбиттә - саф һауала, ғаиләләре, туғандары менән күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары".
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.