Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2023, 11:00

"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"

Ысынлап та, был шәмдәрҙең беҙҙең яугирҙәргә ярҙамы бик ҙур икән

"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"
"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"

Башҡортостандың әүҙем илһөйәр ҡатын-ҡыҙҙары парафин, балауыҙҙан шәм эшләп, фронттағы егеттәргә ебәреүе тураһында инде бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ. Улар шулай уҡ блиндаж шәмдәре әҙерләй башлаған. Ундайҙар ике сәғәттән дүрт сәғәткә тиклем яна — барыһы ла банка күләменә бәйле.

Буш ҡалай банка, ҡатырға, парафин йәки балауыҙ — окоп йә блиндаж шәме һәм уға кәрәкле бөтә әйберҙәр. Хәҙер уларҙы бөтә ил буйынса ирекмәндәр эшләй. Гофрланған ҡатырға спиралгә төрөлә һәм банка эсенә урынлаштырыла. Шунан һуң уға иретелгән парафин ҡойола. Бындай шәмдә һыу ҡайнатып, консервалағы аҙыҡты йылытып була. Урманда йылыныуҙың ошондай ысулы уҙған быуат башынан уҡ билдәле.

Ысынлап та, был шәмдәрҙең беҙҙең яугирҙәргә ярҙамы бик ҙур икән. Улар ошо хаҡта видеояҙмаға төшөрөп һалған (видеояҙма менән “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә таныша алаһығыҙ).

“Оҫта ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙең өсөн махсус рәүештә төшөрәм. Әйтерһегеҙ, беҙҙең шәмдәргә мейестең ни ҡығылышы бар тип. Бер ҡарауға бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ кеүек. Бына ошондай һынау үткәрҙек. Үҙегеҙ эшләгән әйберҙе таныйһығыҙмы? Мейес эсендә һеҙҙең шәм ике сәғәт ултыра. Мейес ҡыҙынған, ҡулды тейгеҙеп булмай. Плитәһендә лә әйбер йылытырға була. Әгәр ҙә ике-өс шәм ҡуйһаң, ул ҙур күләмдә утынды алмаштырасаҡ. Ҙур рәхмәт. Был һеҙҙең шәмдәрегеҙҙең ни тиклем бында кәрәклеген күрһәтә. Бына ошондай ҡулланыу мөмкинлеге бар. Бүлешә алаһығыҙ”, – тип уртаҡлаша яу яланындағы яугирҙәр.

Шулай итеп, был шәмдәр яҡтылыҡ таратып ҡына ҡалмай, йылы ла тарата, аштарҙы ла йылытырға ярҙам итә икән. 

Фото: скриншот, видеояҙма – Ватсаптан.

"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"
"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"
"Шәмдәрегеҙ өсөн рәхмәт"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: