Башҡортостанда 68 кеше IT-белгестәр өсөн тәғәйенләнгән льготалы ипотека алды. 424 миллион һумлыҡ 65 кредит – былтыр, 32,62 миллион һумлыҡ өс кредитты быйыл ғинуарҙа хупланылар.
Был программа буйынса иң ҙур ставка йылына биш процент тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта төбәк һәм банк программалары иҫәбенә уның түбәнәйтелеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, 2022 йылдың декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте менән республикалағы IT-компаниялар өсөн ипотека кредиттары буйынса ставканы дүрт процентҡа тиклем кәметеү тураһында килешеү төҙөгәйне. Бының буйынса документтар әҙерләнә.
Ил Хөкүмәте “айтишниктар”ға льготалы кредит биреү ҡағиҙәләрен дә ябайлаштыра. Мәҫәлән, хәҙер льготалы торлаҡ кредиты 18-ҙән 50 йәшкә тиклемгеләргә бирелә, элегерәк иһә уны 22-нән 44 йәшкә тиклемге кешеләр генә ала ине. Шулай уҡ минималь эш хаҡына ла талап кәмене: миллионлы ҡалалар өсөн – 150 меңдән 120 мең һумға тиклем, башҡа биләмәләр өсөн 120 меңдән 70 мең һумға тиклем. Ә Мәскәү өсөн талап үҙгәрешһеҙ ҡалды – 150 мең һум.
Мәғлүм булыуынса, был программа буйынса 18 миллион һумға тиклем кредит алыу мөмкинлеге бар. Банктар яңы шарттарҙа льготалы ипотека буйынса ғаризаларҙы ҡабул итә лә башланы. Тәүге заемдар 7 февралдән бирелә.
Бынан тыш, программаны 2024 йылда ла киңәтеү планлаштырыла. 20 меңгә яҡын IT-белгес ошо ярҙам сараһынан файҙалана алыр, тип күҙаллана. 2022 йылдан 2024 йылға тиклем программа Рәсәйҙәге IT-компанияларҙың 50 мең самаһы хеҙмәткәренә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: pravdapskov.ru