Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 14:38

Бер-береңә терәк, кәрәк булып...

50 йыл бергәләр.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Арабыҙҙа бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙарҙың йыш осрауы ғәҙәти күренеш. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле.

Ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе Байым ауылында йәшәй. Венера һәм Фәрит Мостафиндарҙың тормош ҡороуҙарына быйыл 50 йыл тула.

Класташтар улар. 50 йылға яҡын бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәгән Мостафиндар 60 йылдан ашыу таныш. Беренсе кластан бергә уҡыған ҡыҙ һәм егет киләсәктә ғаилә ҡорорбоҙ тип һис тә уйламаған.

– Алтынсы кластар тирәһендә Фәрит­тең миңә ҡарата иғтибарын бер аҙ һиҙә инем, әммә уға кейәүгә сығырмын тип һис тә уйламай торғайным, – тип һүҙ башланы Венера Мәһәҙей ҡыҙы. – Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым, алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешеүем менән бәхетлемен. Улай ғына түгел, биш балабыҙҙың да минең юлдан китеүе, уҡыусыларым араһында ла күптәрҙең уҡытыусы һөнәрен һайлауы – ғүмерлек профессиямдың иң ҙур ҡаҙанышы.

Ә бит тормош сибек кенә ҡыҙ өсөн оло һынауҙар ҡуя. Яҙмыш уны аҙ һынамай, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкәс, ҡул араһына бәләкәйҙән инеп, хеҙмәт тәмен иртә татый. Икенсе класта уҡ бесән сабырға өйрәнә, бишенсенән колхоз эшенә сыға. “Кукуруз” ҡуша­матлы ат менән күбә тарттырғанын, үҙе тапҡан аҡсаһына көҙгөлөккә кейем яңыртҡанын ҡәҙерле хәтирәләре итеп йөрәк түрендә һаҡлай.

Уҡыуға бик тырыш ҡыҙ кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, йырларға һәм бейергә яратҡан, сәхнәнән төшмәгән. 1968 йылда Байым һигеҙ йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға ингән. Унда тырышып уҡыу менән бер рәттән саңғы, еңел атлетика секцияларына йөрөй, ҡала буйынса ярыштарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ йыр-моңға маһирлығы менән айырылып торған студент аккордеонда ла уйнарға өйрәнгән. 1972 йылда диплом алғас, Байым урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай һәм 36 йыл уҡытып, хеҙмәт кенәгәһендә тик бер яҙыу менән хаҡлы ялға сыға.

Йәш һәм дәртле уҡытыусыға башланғыс кластарҙы уҡытыу бурысы менән бер рәттән музыка дәресен дә тапшыралар. Мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа ла ул өйрәткән йыр-моңдар яңғырай, хатта дәрестән ҡалып, малайҙарға аккордеонда уйнарға өйрәтә.

Тап ошо ваҡытта уның класташы Фәрит Мостафин әрме хеҙмәтен тултырып, Шайморатов исемендәге колхозда шофер булып эшләй башлай. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, сәстәрен сәскә бәйләй. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы дүрт ҡыҙҙары һәм бер улдары донъяға килә. Бәхетле хужабикә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә бирелә торған “Әсәлек даны” һәм Башҡортостан Республи­каһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнә. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлай.

– 50 йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтте лә китте, – ти ғаилә башлығы Фәрит Мәүлитбай улы. – Ҡатын – мәктәптән, мин колхоз эшенән бушаманыҡ, әммә донъяны ла, балаларҙы ла ҡарарға ваҡыт таптыҡ. Күпләп мал-тыуар аҫраныҡ, баҡса ултырттыҡ. Балалар бер-бе­реһенә ярҙам итеп үҫте, әсәләренән күреп, барыһы ла уҡытыусы һөнәрен һайланы. 42 йыл ғүмерем рулдә үтте, машиналарҙың ниндәйен генә йөрөтмәнем, һуңғы ваҡытта “КамАЗ” машинаһында алыҫ юлға йөрөнөм. Төрлө саҡтар булды, әммә бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараныҡ, бер-беребеҙ­ҙең эшенә иғтибар­лы булдыҡ, аңлау менән ҡабул иттек. Бөгөн ҡатынымдың “шәхси” шоферымын.

Ысынлап та, быйыл алтын туйҙарын билдәләйәсәк ғаиләнең төп байлығы – уларҙың балалары. Бишеһенең дә үҙ йорто, үҙ ғаиләһе бар, туғыҙ ейән һәм һигеҙ ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай улар. Ҡасандыр тап ошонда ҡанат нығытҡан “ҡошсоҡтары” ояһын ташлап осоп киткәс, хәҙер икәү генә оло һәм яҡты йортта донъя көтә. Баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр, тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә ата, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттары ла бар.

Игеҙәк ҡыҙҙарының береһе Айгөл – Байым урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы, “Үҫеш нөктә­һе” үҙә­гендә заманса технология­ларҙы файҙа­ланып, балаларға белем бирә. Гөлнара – Таштимер урта мәк­тәбенең география, биология уҡы­тыу­сыһы, ул да “Үҫеш нөктәһе”ндә уңышлы эшләй, белем усағының баҡсаһы өсөн яуаплы. Гөлсара Йәнекәйҙә төпләнгән, Яңы Балапан мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта, үҙе лә биш бала әсәһе. Улдары Фәнис һөнәре буйынса хеҙмәт уҡытыусыһы, артабан хоҡуҡ бел­гесенә, юрисҡа уҡыған. Әле ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, комбинатта эшләй. Әсәһенән һәм апайҙарынан күреп, бәләкәйҙән ижад менән шөғөлләнгән Айгүзәл дә, уларҙың юлын дауам итеп, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетында белем ала. Әле Белорет ҡалаһында китапханала эшләй. Кейәүе менән өс бала тәрбиәләй, бик ижади һәм талантлы ғаилә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар.

– Балаларыбыҙҙың уңыштарын күреп йәшәү – оло бәхет, тырышып эшләүҙәре, ейәндәргә лайыҡлы тәрбиә биреүҙәре ҡыуаныслы. Үҙем яңғыҙ үҫкәс, балаларым күмәк булһын ине тип теләнем. Хәҙер уларҙың ейәндәр менән бергә күмәкләп ҡайтыуҙарын көтөп алабыҙ, – ти Венера Мәһәҙей ҡыҙы.

Хаҡлы ялда тик ултырмай улар, ауылда үткән төрлө мәҙәни сара­ларҙың уртаһында ҡайнай, күп осраҡта үҙҙәре лә ойоштороусы булып китә. Шулай булмайса, 2017 йылдан Байым ауылы ветерандар советын етәкләй Венера ханым, ә тормош иптәше уның һәр башлан­ғысына булышлыҡ итә, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Ауыл мәҙәниәт йортондағы “Күбәләк биҙәктәре” бейеү ансамблендә бейергә лә, “Әхирәттәр” клубында шөғөлләнергә лә, үҙе оҙаҡ йылдар эшләгән белем усағындағы ветерандар советын етәкләргә лә, ауылдың оло йәштәгеләренең хәл-әхүәлен белешергә лә, уларҙың теләктәрен кәрәкле урындарға еткереү, хәл итеү кеүек эштәрҙе атҡарып сығырға ла өлгөрә. Улай ғына түгел, ауылдың талантлы оло йәштәгеләрен бергә туплап, “Мин яратам һине, тормош!” фестивалендә сығыш яһау, төҙөк­лән­дереү өмәләрендә әүҙем ҡатна­шыу кеүек эштәрҙе ойоштороусы­ларҙың береһе лә.

Ғүмер юлын лайыҡлы үтеү өсөн һөйөү менән яуаплылыҡ та, сабыр­лыҡ та, бер-береңде аңлау ҙа мөһим. Шул саҡта ғына алтын, гәүһәр, зөбәржәт туйҙарыңдың түрендә ултырыу бәхете тәтей. Тап ошо Венера менән Фәрит Мостафиндар кеүек. Алтындай балҡышлы ғүмер кисергән геройҙарыма артабан да бәхетле ҡартлыҡ, балалары һәм ейәнсәрҙәре янында оҙаҡ һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: