

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһен Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Ул һөйләшеүҙе мөһим тема – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләһенән башланы. Уның белдереүенсә, төп иғтибар балалар һәм үҫмерҙәргә ярҙамға бирелә.
Йыл башына ҡарата һандар шундай: хәрбиҙәрҙең 2,6 мең балаһы бушлай балалар баҡсаһына йөрөй. Бынан тыш, 5-11-се кластарҙа уҡыған 2,2 мең мәктәп уҡыусыһы һәм 500-ҙән ашыу колледж студенты бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге студенттар ҡала йәмәғәт транспортында түләмәй йөрөй ала. Бындай хоҡуҡ менән 3,1 мең кеше файҙаланған.
1178 уҡыусы бушлай түңәрәктәргә йөрөй, 136 бала ҡала ситендәге лагерҙарға, 91 бала шифахана-курорт учреждениеларына юллама, 50 кеше республика колледждарына белем биреү сертификаттары алған. 142 балаға йәш ярым тулыу менән балалар баҡсаһында сираттан тыш урын биргәндәр. 102 колледж студентына ятаҡта урын тәҡдим ителгән.
Һигеҙ мең кеше ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләмәй. Дүрт меңдән ашыу кеше медицина ярҙамы алған.
Ярҙам бының менән генә сикләнмәй. Даими рәүештә яңылары өҫтәлеп тә тора. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн республика бюджетынан 1,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
– Алғы һыҙатта йөрөгән яҡташтарыбыҙ уларҙың ғаиләләре яҡланған булыуын белергә тейеш. Беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Фото: "Бәйләнештә".