Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың һанлы үҫеше тураһында ла һөйләшеү булды. Доклад менән дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан һанлы трансформацияның комплекслы рейтингында 30 позицияға күтәрелгән. Һөҙөмтәлә Рәсәй төбәктәре араһында туғыҙынсы һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынға сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта республика халҡы дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм һәм республика порталдарында электрон төрҙә 642 хеҙмәт ала, уларҙың 84-е социаль йәһәттән мөһимдәр исемлегенә инә. Төбәк порталында күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренә ихтыяждың артыуы күҙәтелә. 2022 йылда 2021 менән сағыштырғанда 3,7 тапҡырға күбәйгән.
Шулай уҡ былтырҙан алып Башҡортостан биләмәһендә һанлы тигеҙһеҙлекте юҡҡа сығарыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – 100-500 кеше йәшәгән ауылдарҙа 4G стандартындағы база станциялары ҡуйыу - халыҡты кәрәҙле бәйләнеш һәм мобиль интернет менән тәьмин итеү өсөн. Был исемлеккә 1600 самаһы тораҡ пункт ингән - Рәсәйҙә иң ҙур күрһәткес.
Фото: gov39.ru