Бөгөн уңғандарҙың күп ауылдарҙың ҡотон һаҡлап йәшәүе һөйөндөрә. Тап улар ауылдаштарын эшле лә, ашлы ла итә. Әммә фермерлыҡ та еңелдән түгел, уның өсөн теләк менән бергә тырышлыҡтың да булыуы мотлаҡ. Кемдер ниндәйҙер шөғөлгә тотоноп, күп тә үтмәй ташлап ҡуя. Һәр башланған эште аҙағына тиклем алып барып еткереү, сығымдар аша аҡрынлап килемдең килеүен көтөргә теләгәндәр күп түгел.
Ә бына Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы йүнселе Илшат Һөйөндөков бер аҙ тәжрибә туплап, фермерлыҡ эшенә ныҡлап төшөнгәс, үҙ эшен асырға тәүәккәлләй.
Илшат Варис улының бер туған ҡустыһы Динис Һөйөндөков – районда үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе. Тап уның кәңәше менән ағаһы ла малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асырға була. Етмәһә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт тә ярҙам ҡулы һуҙа, тик дәрт итеп бизнес-планыңды ғына тәҡдим ит. Крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөгән Илшат Һөйөндөков “Агростартап” программаһы буйынса дүрт миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә.
Ауыл йүнселе үҙенең 10 баш һыйыры янына грант аҡсаһына 20 баш “симменталь” тоҡомло тана, һөт һыуытыу һәм айыртыу, бесән сабыу, йыйыу һәм төргәктәргә (рулон) һалыу өсөн ҡорамалдар һатып алған.
– Әлегә малдар Динис ҡустымдың фермаһында тора. Уны уртаға бүлдек тә икебеҙҙең һәүкәштәрҙе айырып ҡуйҙыҡ. Һыйырҙар яйлап быҙаулай башланы. Һөтсөлөк йүнәлешенә өҫтөнлөк бирәм, сөнки көндәлек аҡтан табыш алырға мөмкин. Һыйырҙар һауыла, һауым да көндән-көн арта, быҙауҡайҙар йылы ҡурала айырым тора. Иң яуаплы осор – малды ҡышлатыуҙы имен-һау үткәрһәк – аҙыҡ етерлек, былтыр бесән күп булды, – ти Илшат Варис улы.
Ауыл эшҡыуары көндәлек һөттө Белорет ҡалаһына алып бара, унда үҙҙәренең һатыу нөктәләре бар. Йәй көнө шулай уҡ ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡорот эшләп тә баҙарға сығаралар. Әле дәүләт ярҙамына алынған заманса һөт һыуытыу ҡорамалы фермер өсөн бик уңайлы буласаҡ, сөнки тейешенсә һыуытылмаған һөттөң сифаты юғала. Бөгөн ҡала ерендә йәшәүселәрҙең генә түгел, хатта ауыл халҡының да һөткә һәм һөт ризыҡтарына ихтыяжы ҙур, шуға ла продукция етештереүҙе арттырыу мөһим. Был маҡсатта Яңы Балапан ауылы йүнселе киләсәктә мал һанын арттырырға ниәтләй.
Кәримә УСМАНОВА