

Гуманитар ярҙам ебәреү буйынса республика илдә алдынғыларҙан һанала. Быға ябай халыҡтың да әүҙем булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ҙур теләк менән ярҙамлашыуы ла булышлыҡ итә. Республиканың 22 районында йәмәғәт ярҙамы штабы булдырылған. Шуларҙың иң әүҙемдәренең береһе хаҡында яҙмабыҙ.
Хәйбулла районында М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы 2022 йылдың октябрь аҙағында эшләй башлай, ул “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы ҡарамағында ойошторола. Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса эште клубтың белгестәре алып бара.
– Беҙҙә көҙҙән алып хәрбиҙәргә ярҙам йыйыу пункты эшләй. Һәр кем үҙе теләгән ваҡытта килтерә. Ауылдарҙан да кейем-һалым, йөн ойоҡтар, өс бармаҡлы бейәләйҙәр ебәрәләр. Мәмбәт ауылы әүҙемселәре һәр бер ойоҡ эсенә хат яҙып һалған ине. Аҙыҡ-түлек әҙерләйҙәр. Ат һуйып, быҡтырылған иттән концерва әҙерләгәндәр ҙә бар. Кемдәрҙер быймалар килтерҙе, – тип һөйләй йыйыу пункты хеҙмәткәре Фирҙәүес Бикбова.
Ирекмәндәр етәксеһе Гөлсәсәк Ниғмәтуллина әйтеүенсә, улар ололарға, инвалидтарға ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем эшләй. “Төрлө кимәлдәге саралар ойоштороуҙа ла ярҙам күрһәтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бик мөрәжәғәт итеп бармай. Уңайһыҙланалармы, мохтажлыҡ кисермәйҙәрме. Ә былай һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ” – тине ул.
“Егеттәребеҙ өсөн сираттағы гуманитар йөк әҙерләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм вайымһыҙ булмауы ҡыуандыра. Эшҡыуарҙарҙан, фермерҙарҙан, ойошмаларҙан, ирекмәндәрҙән алып ябай халыҡҡа тиклем барыһы ла үҙ өлөшөн индерә. Аҡъяр ауылынан Зәйнәғәли Рәхмәтуллиндың ғаиләһе, мәҫәлән, 300 килограмм йылҡы ите тапшырҙы. Район үҙәгенең белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре был иттән йөҙ илленән ашыу банка быҡтырма әҙерләгән, һәм тиҙҙән, мейес-буржуйка, күсмә мунса кеүек башҡа кәрәкле әйберҙәр менән бергә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Егеттәр шатланыр, тип уйлайым, бөгөн улар өсөн беҙҙең ярҙам айырыуса мөһим”, – тип фекер уртаҡлашты үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
– Күптән түгел “Таяныс” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Ул – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын һәм әсәләрен берләштергән ойошма. Уны төҙөү тәҡдимен мобилизацияланғандарҙың ҡатындарының береһе индерҙе. Уларҙы борсоған мәсьәләләр, проблемалар бер-береһенә терәк булырға әҙер ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы йәмәғәт ойошмаһы уларҙы үҙ ҡанатына алып, һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Төрлө социаль хеҙмәттәр һәм ведомстволар белгестәрен йәлеп итеү ҙә күҙ уңында тотола, – тип белдерҙе Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль бүлеге белгесе Лилиә Бүкәнбаева-Шакирова.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, ошондай тәҡдим килгәс, беҙ, әлбиттә, хупланыҡ. Был айырым ойошма буласаҡ. Әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ирекмәндәр ҙә, ябай халыҡ та ярҙам итә, ләкин улар бер-береһенә нығыраҡ асылып бара. Шуға күрә, бындай ойошма бик кәрәк тип уйлайым. Әлеге көндә социаль селтәрҙә дөйөм чат булдырҙыҡ. Унда төрлө өлкә белгестәре йәлеп ителгән. Килеп сыҡҡан һорауҙарҙы бергәләп хәл итергә, төрлө акциялар, саралар ойошторорға иҫәп тотабыҙ, – тине Хәйбулла районының “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина.
Райондың студенттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. “Беҙ яҡын” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында термокейем һәм балаклава тегеү буйынса эш ойошторолған. Колледж вәкилдәре билдәләүенсә, ноябрҙән декабргә тиклем уҡытыу-етештереү оҫтаханаһы әҙерләнгән. Тегеү өсөн туҡымаларҙың бер өлөшөн Башҡортостан Республикаһының социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә Мәғариф һәм фән министрлығы биргән. Ҡалғаны колледждың үҙ аҡсаһына һатып алынған. Яңы йыл каникулынан һуң махсус дисциплиналар уҡытыусыһы Наталья Богатенкова етәкселегендәге “Тегенсе” төркөмө студенттары тегеү эштәрен башлаған. Уҡыу йорто вәкилдәре әйтеүенсә, әҙер продукцияның 10 пар термокейем һәм 20 балаклаванан торған тәүге партияһы февралгә әҙер буласаҡ. Йәштәребеҙҙең ситтә ҡалмауы һәм изге эшкә үҙ өлөшөн индереүе ҡыуаныслы.
Юлбарыҫ ауыл биләмәһендә ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, китапханасы Гөлсинә Ишмырҙина тәҡдиме менән яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында эстафета иғлан иткәндәр. Юлбарыҫ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары башлап ебәреп, Һамар ауылына тапшырған.
– Күп милләтле ауылыбыҙҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан торған ойошма бар. Аралашып, доғаларыбыҙҙы уҡый-уҡый яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәре әҙерләүҙе тамамланыҡ. Эстафетаны Быҙаулыҡ ауылына тапшырабыҙ. Улар беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған Хворостянка ауылына тапшырасаҡ. Гуманитар ярҙам оҙатылғанда беҙ ҙә биреп ебәрербеҙ, – тине Һамар ауылынан Дилара Хөсәйенова.
Ошо көндәрҙә Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йортонда Ырымбур өлкәһе артистарының “Беҙ берҙәм. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тип аталған хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты үткән. Орск, Ҡыуандыҡ ҡалаларынан төрлө халыҡтарҙың билдәле коллективтары сығыш яһаған. Район халҡы концертҡа ғаиләләре менән килгән, илһөйәрлек һәм тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған бөтә сығыштарҙы алҡыштар менән ҡаршы алған. Билет һатыуҙан алынған 47 мең һум күләмендәге аҡса Хәйбулла егеттәренә гуманитар ярҙамға йүнәлтелгән.
Даими рәүештә махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам иткән Хәйбулла районы халҡына “афарин” тиергә генә ҡала.
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА