Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 17:00

Китеп барған ерҙән янып киткән...

"ГАЗель" маркалы автобуста 10 пассажир ултырған.

Китеп барған ерҙән янып киткән...
Китеп барған ерҙән янып киткән...

Баш ҡалабыҙҙа һуңғы көндәрҙә пассажир автобустарына бәйле күңелһеҙ яңылыҡтар йышайҙы. Бына бөгөн дә Өфөлә «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәге янында 248-се маршрут буйынса йөрөгән «ГАЗель» автобусы янып киткән.

Транспорт китеп барған ыңғайы яна башлаған, был ваҡытта эсендә 10 кеше ултырған булған, бәхеткә күрә, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Ут «ГАЗель»дең алғы яғын ялмаған, салонға ҡуйы төтөн тулған.

Кешеләр утты ҡул аҫтындағы нәмәләр, көрәк менән ҡар ырғытып һүндерергә маташҡан. Эргәлә йөрөгән трактор ҙа ярҙамға ашыҡҡан. Күп тә тормай, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары килеп, янғынды тулыһынса һүндергән, тип хәбәр итә «Башкирия/Online» төркөмө.

Халыҡты ташыған водителдәр юлдарҙа иғтибарлыраҡ булып, транспорт саралары торошон даими тикшереп торһон, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн улар яуаплы икәнен бер секундҡа ла иҫтән сығармаһын ине.

Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас