Вәсил Исмәғилевте Мәләүез районында күптәр белә. Ул тирә-яҡта оҫта педагог һәм абруйлы остаз булараҡ танылған. Янып эшләгән уҡытыусыларҙың береһе йәштәрҙә белемгә һәм яңы асыштарға ынтылыш уята. Үҙенең өлгөһөндә балаларҙа илһөйәрлек хисе тәрбиәләй.
– Хәрби бурысымды Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында танк ғәскәрендә үтәнем, – тип иҫкә ала Вәсил Муса улы. – Унда ысын ир-егеттәр мәктәбен үттем.
Армияға ҙур теләк менән бара ул. Башҡорт дәүләт университетында физика факультетының тәүге курсын тамамлағас, йәш егеткә повестка тотторалар. Вәсил “Т-54” танкыһында хеҙмәт итә. Экипаж дүрт кешенән тора – капитан, ҡорал төҙәүсе, водитель-механик һәм заряд ҡоролмаһы менән идара итеүсе. Күнекмә ваҡытында сәпкә атыуҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткәс, уны ҡорал төҙәүсе итеп ҡуялар.
– Әрмелә хеҙмәт итеү өсөн физик әҙерлек менән бер рәттән белемле, рухи яҡтан көслө, илһөйәр булыуың да мотлаҡ, – ти әңгәмәсем. – Ил һағында тороу ир-егет өсөн бик кәрәк. Ул минең өсөн, ысын мәғәнәһендә, тормошҡа әҙерлек осоро булды. Хәрби хеҙмәттә физик көс кенә түгел, ә зирәклек, таһыллыҡ, сослоҡ та талап ителә. Икенсенән, белемле булыу зарур. Теорияны, ҡорал үҙенсәлектәрен, Уставты, төн уртаһында уятһалар ҙа, яттан белеү мотлаҡ. Хеҙмәттәштәрем менән әле лә аралашып торабыҙ, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Оло улым да хеҙмәт итеп ҡайтты, кесеһе лә барыр тип уйлайым, – ти Вәсил Исмәғилев.
Яҡташымдың атаһы Муса Ғайса улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, дәһшәтле юлдар үткән. Үҙенең өлгөһөндә ысын илһөйәрлек ниндәй булғанын күрһәткән. Хәҙер инде Вәсил Муса улы уҡыусыларына шундай һабаҡ бирә.
Йәш техниктар станцияһында 767 бала шөғөлләнә, киләһе йылда уларға “Осоусы робот техникаһы” йүнәлеше буйынса тағы 90 бала ҡушыласаҡ. Йәш быуындың яңы технологиялар һәм хәрби йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныуы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Мәләүезде данлауы бигерәк тә яҡшы.
Илһөйәрлек дәресе даими үтәсәк. Ветерандар менән осрашыуҙар балаларға бик кәрәк. Улар тыуған илдең патриоттарын тәрбиәләргә, шулай уҡ интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән һалдаттарҙы онотмаҫҡа ярҙам итә.
Гөлназ САЛАУАТОВА