Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 20:00

Рөстәм Нәбиев ярҙам һорай

"Күп нәмә тураһында һөйләмәйем, өндәшмәйем, сөнки..."

Рөстәм Нәбиев ярҙам һорай
Рөстәм Нәбиев ярҙам һорай

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев сираттағы сәфәренән ҡайтҡас, яңы яҙма ҡуйҙы. 

"Мин өйҙә. Беҙҙең экспедиция уңышлы тамамланды. Барыһының да планға ярашлы тамамланыуына шатмын. Ә хәҙер тауҙарға менеүҙе туҡтатып торам. Был "пауза" ни тиклем оҙаҡ дауам итер, белмәйем. Бер йыл. Ике. Өс...

Быйыл беҙ Эверест тауына барырға тейеш инек, әммә һаулығым насарайғандан-насарая барғанын тоям. Мин бик ныҡ арыным. Даими юлда булыуҙан арыным. Мин үҙемдең күп көсөмдө тауҙа ҡалдырам. Һәр үрләү миңә ҙур ауырлыҡ менән бирелә. Тауға менеп, түбәлә фотоға төштөм дә өйөмә ҡайттым түгел. Күп нәмә тураһында һөйләмәйем, өндәшмәйем, сөнки һеҙҙең борсолоуығыҙҙы һәм хөкөм итеүегеҙҙе теләмәйем.

Тынысланырға кәрәк.

Манаслу тауына күтәрелгән мәлдән алып ҡулбашымдағы яра менән тауҙарға артылам, һәм был хәүеф тыуҙыра. Шуға быйылғы йылды үҙемә, һаулығыма бағышлайым. Хәҙер миңә өс операция эшләргә кәрәк: яурыныма, урология, ЛОР буйынса.

Тормошомда булған тауҙарға рәхмәтлемен. Был рухи үҫешем өсөн асҡыстарҙың береһе икәнлеген аныҡ беләм һәм хәҙер инде йөҙәрләгән мең кешегә үҙҙәренә ышанырға ярҙам итеүен яҡшы аңлайым. Тауҙар тағы ла, һис шикһеҙ, буласаҡ. Тик әлегә түгел. Үҙ-үҙемде һаҡларға, ғаиләмә, үҫешемә иғтибар бирер кәрәк. Алда пландарым бик күп. Уларҙы бойомға ашырасаҡмын. Ә һеҙҙән һәр саҡ мине рухи яҡтан ҡеүәтләп тороуығыҙҙы һорайым. Ярҙам итә алырһығыҙмы?" тип яҙған Рөстәм Нәбиев.

Беҙ һоҡланғыс замандашыбыҙға сәләмәтлеген тиҙерәк тергеҙеп, барлыҡ пландарын тормошҡа ашырыуын, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: