Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 14:40

“Төшөмдә лә ҡорама ҡырҡам...”

Фәриҙә Сәлимйәнова ҡул эшенә оҫта.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡорама ҡорау — халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлдәренең береһе. Әйткәндәй, бындай әйберҙәрҙе төрлө замандарҙа донъяның бөтә халыҡтары ла теккән, тип фаразлана. Мәҫәлән, Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәнең милли музейҙарының береһендә ҡоралай тиреһенән эшләнгән күн киҫәктәренән тегелгән орнамент өлгөһө һаҡланған. Ғалимдар белдереүенсә, ул беҙҙең эраға тиклем 980-се йылдарҙа тегелгән. Токио музейында ла шул осорҙарға ҡараған, ҡорамалар менән биҙәлгән боронғо кейем өлгөһө бар. 1920 йылда инглиз археологы Артур Штейн Мең Будда мәмерйәһендә беҙҙең эраның IX быуатына ҡараған ғәжәп бер келәм таба...

Элек-электән һәр ауылдың ҡо­рама ҡорау оҫталары булған, улар күрше-кү­ләнгә, һораусыларға, күп осраҡта ҡыҙ­ҙарын кейәүгә оҙатыу­сыларға күҙ­ҙең яуын алыр сағыу юрғандар эшләп бир­гән. Бигерәк тә был шөғөл менән ҡыш­ҡы оҙон кистәрҙә булышҡандар, кис ултырып, бер-береһенә ярҙам итешер булғандар. Өләсәйҙәр иҫтәлеген һаҡ­лаған арҡыры һәм буй юрғандарҙы, диван һәм ултырғыс япмаларын, иҙән тү­шәктәрен күп өйҙәрҙә осратырға була.

Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә һәр ауылда оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ­ҙарыбыҙ ҡорама ҡорау, улар­ҙан төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Шундай оҫта­ларҙың береһе Әбйәлил районының Ҡыр­ҙас ауылында йәшәй. Фәриҙә Сә­лим­йәнова районда ғына түгел, тирә-яҡ­тарҙа ҡул эштәре оҫтаһы булып та­ныл­ған. Ғүмере буйы ауыл­даштарының сәләмәтлеге һағында торған ханым – 40 йылға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле хеҙмәт ветераны. Әйткән­дәй, ул Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыровтың бер туған апайы ла.

Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы ҡул эштә­ренә йәштән маһир була, әммә һө­нәре генә был шөғөлгә тотонорға ваҡыт ҡалдырмай. Балалары бер аҙ үҫә төшкәс, ҡыҙҙарын суҡтай ке­йендерергә теләп, уларға матур-матур күлдәктәр тегә, улына ла салбарҙар тегеп кейҙерә. Ҡыҙ­ҙары кейәүгә сығыр мәл яҡынлаш­ҡас, Фәриҙә ханым үҙ ҡул­дары ме­нән уларға бирнә әҙерләү теләге менән яна. Ҡорама ҡырҡып, заман­са биҙәктәр өҫтәп, күңел йылыһын һалып арҡыры-буй юрғандар эш­ләй, диван, карауат япмалары, мен­дәр тыштары, ултырғыс ябыу­ҙа­ры әҙерләй, хатта юрғанды ла үҙ ҡулдары менән күбеп ҡуя. Өс ҡыҙын да үҙе эшләгән ҡорамалары менән хан ҡыҙҙарындай итеп кейәү йортона оҙата, улы Айсыуаҡҡа ла йылы һәм сифатлы юрған, джинсыларҙан торған заманса диван япмаһы әҙерләп ҡуйған.

– Ҡорама яһағанда иң мөһим талаптарҙың береһе – төҫтәрҙе дөрөҫ һайлау һәм урынлаштырыу. Улар тап килеп, бер-береһен тулыландырып то­рорға тейеш. Композицияны дөрөҫ тө­ҙө­гәндә генә эшләгән әйберең матур ҙа, сағыу ҙа була. Икенсенән, туҡы­ма­ларҙың бер-береһенә тап килеүе кәрәк. Ситен бер төрлөнән тегеп, урта­һына икенсенән һайлағанда, ул сифатлы бул­маясаҡ. Ҡорама тек­кәндә туҡыма­ның күпселек өлөшө өсмөйөш, шаҡмаҡ, ромб, буй рәүе­шендә ҡырҡыла. Һуңғы йыл­дарҙа ошо уҡ ҡорама ҡорауҙың яңы­са алымдары ла үҫешә. Мәҫә­лән, күп ҡорамасылар хәҙер эштә­рен, инглиз теленән ингән терминға эйә­реп, “пэчворк” тип атай (“ямау­лыҡ” һәм “эш” һүҙҙәренән). Иғтибар итһә­геҙ, минең ҡорамаларымда сәскәләр бөтөнләй юҡ, мин күберәк биҙәктәрҙе үҙем уйлап сығарып, үҙемсә эшләйем. Һуңғы йылдарҙа ҡорама менән эш итеү буйынса интернетта төрлө кәңәштәрҙе, хатта нисек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә осратырға мөмкин. Ҡасандыр Алһыу ҡыҙым бүләк иткән “Лоскутное шитье” китабынан башланған шөғөл бөгөн күңел булмышына ғына түгел, хатта ниндәй­ҙер кимәлдә бер “сир”гә лә әүере­леп китте. Хатта төшөмдә лә ҡора­ма ҡырҡам... – ти Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙы.

Ә уның йорто үҙе бер әкиәт донъя­һын хәтерләтә. Өй эсендәге бөтә әйбер­ҙәргә уның ҡул йылыһы һәм күҙ нур­ҙары һалынған. Иҙәнгә джинсы туҡы­манан (хатта салбар­ҙарҙың кеҫәлә­ренән генә торғаны ла бар) эшләнгән түшәктәр тиһең­ме, диван һәм карауат япмалары, ултырғыстар өсөн түшәктәр, төрлө арҡыры-буй ҡорамалар – барыһы ла иҫ киткес ижад өлгөләре!

Мәҫәлән, “Көҙгө вальс” тип атал­ған ҡорама япмаһын бер ай сама­һы эшлә­гән. Ҙурлығы 200х220 сантиметр, ул барлығы 1250 шаҡ­маҡ, өсмөйөш һәм һыҙаттарҙан то­ра. Сағыу һәм күҙҙең яуын алыр япма тотош йоҡо бүлмәһенә нин­дәй­ҙер бер йәм һәм биҙәк биреп тора.

Шулай уҡ 3D тип аталған ҡора­малары ла күптәрҙең күңелдәренә хуш килер. Һуңғы ваҡытта Фәриҙә Сәлим­йәнова шулай уҡ джинсель техникаһы менән сумкалар тегә. Уларҙы иң беренсе булып ҡыҙҙары  Алһыу, Ләйсән һәм Нәркәс баһалай, әсәләренең һәр эшен хуплап, ҡеүәтләп кенә торалар. Шулай булмайса, был сумкаларға һорау бик ҙур, хатта ҡыҙҙарымдан күреп, заказ биргән әхирәттәре лә табыла, ти алтын ҡуллы оҫта.

Алтынай ейәнсәре, Илнур, Илсур һәм Руслан ейәндәренә бик матур әйберҙәр эшләп, уларҙы ла ҡыуандырырға ваҡыт таба. Тормош иптәше Айҙар Сәлимйәнов та ҡатынының был шөғөлөн хуплай һәм уға бар яҡлап ярҙамлаша.

Күптәр ҡул эше менән шөғөл­лә­неүселәргә ҡарап, эш еңел, ваҡыты күп булғанға булышалыр тиһә, тәрән яңылыша. Матурлыҡты тыуҙырыу өсөн дә байтаҡ сығым­дар түгергә тура килә. Үҙенә кәрәкле тауар, фурнитураны оҫтабикә Асҡар, Магнитогорскиҙан һайлап, һатып ала, артабан күңелендә барлыҡҡа килгән эште нисек башҡарып сығыу планы төҙөлә, төҫтәр һайлана, биҙәктәр күҙ алдына баҫтырыла һәм шунан һуң ғына ныҡлап эшкә тотона. Көн һайын тиерлек теген машинаһы янына ултырып, кискә, хатта таңға тиклем эшләгән Ҡырҙас ауылы оҫтаһына бары һоҡланырға ҡала.

Фәриҙә Сәлимйәнова төрлө ҡора­маларҙан күкрәксә тегеп кей­гән. Киләсәктә оҫтаның был эше лә киң танылыу табасағына иманым камил, сөнки ҡулдан эшләнгән әйберҙәр матурлыҡты тоя белгән, уны ҡәҙерләгән һәм аңлаған кешеләр араһында һәр саҡ ҙур һорау менән файҙалана.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: