

“Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитетында "Ватанды һаҡлаусы" проектының Йәмәғәт советы ултырышы үтте. Сараны партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов алып барҙы.
– “Ватанды һаҡлаусы” төбәк партия проекты – йылдам үҫешкән партия проекттарының береһе. Бөгөн беҙ уның сиктәрендә сираттағы сараны үткәрҙек, шулай уҡ партия проекты активында ҡатнашыусыларҙы бүләкләйбеҙ. Уның составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да булыуы ҡыуаныслы. Әлеге ваҡытта улар республикаға ҡайтты, һаулыҡтарын нығыта, әммә шул уҡ ваҡытта ыңғай һәм күтәренке рух һаҡлай, әлеге хәлдә был иң мөһиме, – тине Руслан Насретдинов.
Ултырышта Башҡортостан Республикаһында “Ватанды һаҡлаусы” партия проекты координаторы, Башҡортостан Республикаһы Тхэквондо спорт федерацияһы президенты Фәғит Латипов ҡатнашты. 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса "Ватанды һаҡлаусы" төбәк партия проекты йәмәғәт советының иң яҡшы әүҙемселәре, йәмәғәт советы ағзалары бүләкләнде, шулай уҡ ағымдағы йылға эш планы ҡаралды.
– 2023 йылда беҙ партия проекты эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәрен нығытасаҡбыҙ: был хәрби-патриотик белем биреү ҙә, спорт та, илһөйәрлек һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә лә, шулай уҡ бер нисә яңы йүнәлеш индерәсәкбеҙ. Бынан тыш, гуманитар ярҙамды көсәйтеү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ эске хеҙмәт күрһәтеү һәм илдең яңы биләмәләрендә ирекмәндәргә ярҙам итеү өсөн махсус төркөм булдырыу планлаштырыла.
Быйыл "Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙамы менән "Минең кеүек эшлә!" конкурсының төбәк этабын уҙғарырға ниәтләйбеҙ, унда республика тренерҙары, спортсылар, спорт федерациялары, хәрби-патриотик үҙәктәр һәм клубтар курсанттары ҡатнашасаҡ. Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен Мәскәүҙә бүләкләү ойоштороласаҡ, – тине Фәғит Латипов.
Сара аҙағында партия проекты йәмәғәт советының иң әүҙем ағзаларын бүләкләнеләр.
Рәмилә МУСИНА