

Башҡортостанда Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальондары яугирҙәре өсөн сираттағы адреслы посылкалар әҙерләү ауам итә.
Республика халҡы посылкаларҙы 2 февралгә тиклем “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре урынлашҡан М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына алып килә ала (штаб адрестары менән һылтанма буйынса – по ссылке танышырға мөмкин).
Бынан тыш, мобилизацияланған яҡташтырыбыҙға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәргә гуманитар ярҙам йыйыу даими бара. Тулы мәғлүмәт алыу өсөн М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының колл-үҙәгенә – 8 800 201 89 03 шылтыратырға мөмкин, ул көн һайын 9:00 – 18:00 сәғәттә эшләй.
Әйткәндәй, халыҡ йылы кейем, дарыуҙар, һаҡлау ваҡыты оҙаҡ булған аҙыҡ-түлек һәм шәхси гигиена әйберҙәре алып килә, балалар хаттар һәм һүрәттәр тапшыра.
Ҡалтасы районының Краснохолмск ауылынан Анатолий Решетников һәм Айрат Ғәлиев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тимер мейес эшләп тапшырған.
Фото: bashkortostan.er.ru