Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 09:00

"Бабай тип һемәйтмәй тороғоҙ әле..."

Элекке көн шағирә һәм журналист Гөлнара Хәлфетдинованың бөрлөгән майлауы хаҡында яҙғайныҡ. Кисә ул олатаһы менән ошо емешкә бәйле ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрен уртаҡлашҡан.

"Бабай тип һемәйтмәй тороғоҙ әле..."
"Бабай тип һемәйтмәй тороғоҙ әле..."

Гөлнараның 104 йәшкә тиклем йәшәгән Әхмәҙулла олатаһы ауылдаштары хәтерендә йор һүҙле, ҡартайғанда ла эш менән булышҡан аҡһаҡал булып ҡалған. Атта ла һыбай йөрөгән, мәке лә уйған, утын да ярған. 

"Бөрлөгән тигәндә йәнә бер ҡыҙыҡ иҫкә төштө. Олатайыма нисә йәш булды икән ул саҡ, 95 тирәһе булғандыр, бәлки, күберәктер ҙә, күстәнәскә нар, икенсе төрлө әйткәндә - гранат алып барҙым. Алдына бүлгеләп ултыртҡайныҡ, эй көлә башланы.

"Бөлдөргәнде иҙмәй генә ҡабыҡ эсенә ҡалайтып тығыҙлап тултырып ҡуйғандар бит әле", - тигән була. Олатай, бөлдөргән түгел бит ул, гранат, ул үҙе шулай үҫә, тип аңлатып ҡарайбыҙ, ышанмай бит. "Был бабай ҡартайҙы, һемәйтәйек әле, тиһегеҙҙер инде. Олатағыҙ әле үҙ зиһенендә, бөлдөргәнде генә танымай ултырмай инде ул", - тип һүҙен бирмәй бит. Барыбер ышандырып булманы, беҙ уны шаяртыр өсөн ҡабыҡҡа тултырылған бөрлөгән алып ҡайтҡанбыҙ тигән уйҙа ҡалды.

Ә бер юлы күстәнәскә алып килгән ананасты, гөл икән тип, тәҙрә төбөнә ултыртып ҡуйған ине. Ашай торған нәмә бит ул тигәс, эй үҙенән көлөп, мәрәкәләп, рәхәтләнеп тороп тәмләп ашап ҡуйҙы. Эй-й, һағындыра олатайлы саҡтар!" - тип яҙған Гөлнара.

Эйе шул, олатайлы-өләсәйле саҡтар һағындыра. Эйеме, дуҫтар?!

Фото: https://vk.com/g.khalfitdinova

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: