Быйыл “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә Стәрлетамаҡ районы данын Мырҙаш ауылы халҡы яҡлай. Элек-электән данлы тарихы менән билдәле булған төбәк мөмкинлектәрен аныҡ баһалай һәм еңеүгә өмөт итә.
Бынан 200 йөҙ йылдан ашыу элек, 1814 йылда Ҡаһым түрәнең атаһы Мырҙаш Туйсин Айыусы ауылынан яңы урынға күсенеп ултырған, шулай итеп, яңы Мырҙаш ауылына нигеҙ һалынған. Иҫ киткес рухлы, берҙәм халыҡ йәшәй бында. Ауылда үткән саралар ҙа ошо хаҡта һөйләй.
Ә күптән түгел Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә Мырҙаш ауылы ағинәйе, уңған хужабикә Миңзилә Әнүәр ҡыҙы Байдәүләтова бауырһаҡ бешереү серҙәре менән бүлеште.
“Бауырһаҡ һүҙен әйтеү менән, күҙ алдыбыҙға таныш, татлы милли ризығыбыҙ баҫа. “Бауырһаҡ” һүҙе “бауырлыҡ”тан килеп сыҡҡан, борон был аҙыҡ аттың бауырлығы янында тағып йөрөтөлгән. Бынан тыш, “бауырҙаш” һүҙе ҡан туғандар булыуға ишара ла. Борон ошо ашамлыҡ һыбай сабып барған кешегә эйәрҙән дә төшөп тормайынса, тиҙ генә ашап алыу мөмкинлеген биргән: көнитмешенең күп өлөшөн атта үткәргәндәр өсөн бик ҡиммәт һәм кәрәкле булған”, - тип яҙа стәрлетамаҡтар, республиканың Матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханаһы сығанаҡтарына һылтанып.
Һеҙҙе лә файҙалы һәм татлы видеоны ҡарарға саҡырабыҙ. Өйрәнегеҙ, яҡындарығыҙҙы тәмлекәс менән шатландырығыҙ!
Фото һәм видео: Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы.