

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһы үҙ төркөмөндә уҡыусылары араһында ойошторған шәп бәйгегә йомғаҡ яһаны: рухлы башҡорт эшҡыуары, маҡсатлы һәм булдыҡлы ханым Резеда Сайдарова (https://vk.com/saydarova.rezeda ) тәҡдим иткән өс француз яулығын уйнатты.
Мәғлүм булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәре “Төньяҡ амурҙары” тигән исем алған. Һыбайлылар саңдан, бысраҡтан һаҡланыу өсөн галстук-яулыҡтар тағып йөрөгән, ә алыҫ походтарҙан ҡатындарына, ҡыҙҙарына, әсәйҙәренә трофей булараҡ ошо яулыҡтарҙы алып ҡайтҡан. Күпселек башҡорт ғаиләләрендә улар ҡомартҡы булараҡ һаҡлана, быуындан быуынға тапшырыла.
Резеда Сайдарова иһә, шәхси ателье хужаһы булараҡ, ошо яулыҡтың заманса вариантын тәҡдим итә. Уның күсермәһе ғаилә ҡомартҡыһы – өләсәһенең боронғо яулығынан эшләнгән, сифатлы туҡыманан, бар үҙенсәлектәре иҫәпкә алып тегелгән. Унан тыш, яулыҡ һатыуҙан килгән табыштың 20 процентын эшҡыуар 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйыласаҡ һәйкәлгә күсерәсәк.
Бүләккә эйә булыу өсөн “Башҡортостан” гәзите һәм “Ателье Гюзаль” төркөмдәренә яҙылырға, ошо яҙмаға лайк ҡуйып, үҙеңә репост яһарға һәм конкурстағы һәр ҡатнашыусының диуарындағы яҙмаға кәм тигәндә өс дуҫы репост эшләргә тейеш ине.
Конкурсҡа йомғаҡ бөгөн, 1 февралдә, махсус программа ярҙамында осраҡлы һайлап алыу юлы менән яһалды. Махсус программа ябыҡ сәхифәләрҙе иҫәпкә алманы.
Затлы бүләктәр өс даланлы дуҫыбыҙға тапшырыла. Бына улар:
1. Илүзә Әхмәтйәнова,
2. Гөлфинур Ильясова,
3. Минира Бикәнәсова.
Ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Резеда Сайдарова.