Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 21:30

Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам

Республиканың биш ҡалаһында йәшәүселәр Күп функциялы үҙәк офистарында бушлай юридик консультация ала аласаҡ.

Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам
Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Күп функциялы үҙәк офистарында даими нигеҙҙә күсмә бушлай консультациялар үткәрә башланы. Тәүгеһе Туймазы ҡалаһында үтте. Хоҡуҡи характерҙағы документтар әҙерләүҙә ярҙам һәм консультация һорап 10 кеше мөрәжәғәт иткән. Һорауҙарҙың күбеһе ер биләмәһенә хоҡуҡты рәсмиләштереү һәм пенсия иҫәпләү менән бәйле булған.

Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова билдәләүенсә, Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе эксперттары йыл аҙағына тиклем Өфө, Туймазы, Күмертау, Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларының күп функциялы үҙәктәрендә билдәләнгән график буйынса юридик консультациялар үткәрәсәк. «Күп функциялы үҙәк офистарында халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен былтырҙан башланыҡ, консультациялар Өфөлә генә бирелде. Быйыл беҙ ошо тәжрибәне республиканың башҡа ҡалаларында һәм райондарында ҡулланырға хәл иттек», - тине башҡарма директор - Рәсәй юристарының Башҡортостан бүлексәһе аппараты етәксеһе Екатерина Смоленчук.

Консультация алыу өсөн алдан яҙылмайынса ла һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Киләһе консультация 8 февралдә Өфө ҡалаһының Яңы Күпер урамы, 8-се йортта урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә 13.00-15.00 сәғәттә үтә. Консультациялар графигы: Өфө ҡалаһы, Яңы күпер урамы, 8  (шаршамбы һайын 13:00-15:00 сәғәттә), Күмертау ҡалаһының Күп функциялы үҙәге Ғафури урамы, 35 (айҙың һәр икенсе шишәмбеһе һәм һуңғы кесаҙнаһы 13:00-дән 15:00-гә тиклем), Стәрлетамаҡ ҡалаһының Күп функциялы үҙәге, Хоҙайбирҙин урамы, 83 (айҙың һәр өсөнсө шишәмбеһе 13:00-дән 15:00-гә тиклем), Учалы ҡалаһы, К.Маркс урамы, 1 һәм Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәктәрендә (айҙың һәр өсөнсө шаршамбыһы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем) һәм Туймазы ҡалаһында (айҙың һәр беренсе һәм өсөнсө шаршамбыһы иртәнге 10.00-12.00 сәғәттә).

Белешмә өсөн:

«Минең документтарым» офистарында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһы бүлексәһе араһындағы килешеү сиктәрендә 2011 йылдың 21 ноябрендәге «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам тураһында»ғы 324-се Федераль законды үтәү маҡсатында үткәрелә.

Фото:  pravitelstvorb.ru

Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам
Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам
Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам
Халыҡҡа бушлай юридик ярҙам
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: