Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 22:25

Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү

Кәңәшмәлә махсус эшсе төркөм булдырырға кәрәк тигән һығымтаға килделәр.

Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы амунициялар һәм башҡа кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү” мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Унда төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, хәрби зонала ихтыяж булған тауар етештереүселәр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар — М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙың хәрбиҙәре ҡатнашты.

Сара алдынан Дәүләт Йыйылышы Палатаһы фойеһында урындағы етештереүселәрҙең тауары күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда махсус хәрби операцияла талап ителгән һәм Башҡортостанда етештерелгән төрлө формалы кейем, камуфляж селтәрҙәре, палаткалар, махсус бишмәттәр, аяҡ кейемдәре һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусылар күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәр менән ныҡлап танышты.

– Бөгөн илебеҙ дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, яңы биләмәләрҙе һаҡлау өсөн барлыҡ көстәрҙе һәм сараларҙы туплай. Башҡортостан –терәк төбәктәренең береһе. Был республика халҡының махсус операцияла әүҙем ҡатнашыуына ла, тылдағы тәьминәткә лә ҡағыла. Меңәрләгән ватандашыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар – ирекмәндәр, мобилизацияланғандар. Егеттәргә еңелдән түгел. Ә беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү, – тине Константин Толкачев, ултырышты асҡанда.

Константин Толкачев билдәләүенсә, һалдаттар төп форма менән тәьмин ителгән, шулай уҡ өҫтәмә экипировка һәм амунициялар менән дә, сөнки улар хәрби шарттарҙа тиҙ арала ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнә.  Беренсе ярҙам күрһәтеү тупланмалары (аптечка) һәм заманса техник күҙәтеү һәм элемтә саралары менән бәйле ҡыйынлыҡтар бар.

 – Ғөмүмән, был өлкәлә ҙур эш алып барыла, әммә фекер алышыуҙы талап иткән мәсьәләләр бар, бының өсөн беҙ бөгөн бында йыйылдыҡ. Беренсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нимә, ниндәй күләмдә талап ителеүен аныҡ ҡына аңларға кәрәк. Икенсенән, тауар тәғәйен урынға барып етһен өсөн логистика сылбырын дөрөҫ төҙөү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәр ваҡыт уңышлы килеп сыҡмай. Яңы йыл алдынан, мәҫәлән, беҙҙең депутаттар Луганск Халыҡ Республикаһындағы мәктәпкә туңдырғыс ебәрҙе, ә ул юғалып, икенсе урынға киткән. Осона сыҡтыҡ, тәғәйен урынға яңынан ебәрҙек, әммә ҡыйынлыҡтар ҙа булды. Хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән йөк менән дә шул уҡ хәл. Нисек кенә булмаһын, азат ителгән биләмәләргә ярҙамыбыҙ килеп еткәс, беҙ шатбыҙ – Ҡораллы көстәребеҙҙең ниндәйҙер часына йәки урындағы халыҡҡа булһынмы. Шулай ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостандан, теге йәки был ҡаланан йәки райондан ебәрелгән осраҡтарҙа йөктөң тәғәйен урынға барыуын теләр инек, – тине Константин Толкачев.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика граждандарына ярҙам күрһәтеү буйынса берҙәм логистика үҙәгенең эше менән таныштырҙы.

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков еңел сәнәғәт предприятиеларының мөмкинлектәре һәм уларҙың махсус хәрби операция ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә ҡатнашыуы тураһында хәбәр итте.

Хәрбиҙәрҙең үҙҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, гуманитар ярҙам буйынса теләктәр, шулай уҡ етештереүсе предприятиеларға тәҡдимдәрен әйтте. Хәрбиҙәрҙең квадрокоптерҙар менән идара итеү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәреү кәрәклеге тураһында ла һүҙ барҙы. Шәхси тактик аптечкаларҙы туплау, яугирҙәрҙе ярсыҡлы йәрәхәттәрҙән һаҡлау өсөн ышаныслы броня һаҡлағыстар менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Ултырыш барышында процеста ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә үҙ-ара эш итеүҙе берләштергән һәм координациялау функцияһын үтәйәсәк махсус эшсе төркөм булдырырға кәрәк тигән һығымтаға килделәр.

Автор фотолары.

Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Беҙҙең бурыс – уларҙың яуаплы бурыстарын мөмкин тиклем еңеләйтеү
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: