Ҡалтасы районының Күтәрем ауылында йәшәгән Валентина Изибаева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
Валентина Александровна 1923 йылдың 23 ғинуарында Кәлтәй ауылында тыуған. Уның ғаиләһе, кулак тип, Иркутск өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгән. Тыуған яғына ул һуғыш йылдарында ғына әйләнеп ҡайтҡан, тылда тир түккән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ошо уҡ ауылға Кузьма Изибаев фронттан ҡайтып төшкән. Улар өйләнешеп, биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
Бөгөн йөҙйәшәр инәйҙең 11 ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Валентина Александровна өлкән ҡыҙы Людмила менән йәшәй.
Йөҙйәшәр инәйҙең тормошто яратыуы һоҡландыра. Ҡотлауҙарҙы ҡабул иткәндә ул: "Бүләк алыу күңелле, тағы 100 йыл йәшәргә кәрәк ине. Эшләгеҙ, тик ултырмағыҙ, минең кеүек оҙаҡ йәшәрһегеҙ", - тип кәңәш тә биргән үҙен ҡотларға килгән район хакимиәте вәкилдәренә.
Фото: "Башинформ".