Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 15:00

Төнө буйы вертолет осто...

Бының сәбәбен республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров аңлатты.

Төнө буйы вертолет осто...
Төнө буйы вертолет осто...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙа ҡотҡарыу вертолеты пилоттары төндә осоу һәм ергә төшөү буйынса күнекмәләр үткәрҙе. Был хаҡта комитет етәксеһе Фәрит Ғүмәров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Ҡайһы бер ваҡытта һауа торошона бәйле бәләгә тарыған граждандарға ярҙам итеү ҡатмарлаша. Һауа торошо шарттары рейсты атҡарырға ҡамасаулай йәки төндә ергә төшөргә тура килә”, - тип яҙған Фәрит Ғүмәров.

Етәксе хәбәр итеүенсә, төндә эшләү өсөн алынған махсус яҡтыртҡыс ҡорамалдар виртуаль рәүештә вертодромды йәки ергә төшөү урынын табырға булышлыҡ итә.

Һынауҙар уңышлы үткән, геликоптер экипажы төндә осоу буйынса оҫталығын арттырған.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: