Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 16:20

Тура эфирҙа аңлатасаҡтар

Газ үткәреү буйынса һорауҙар булһа... 

Тура эфирҙа аңлатасаҡтар
Тура эфирҙа аңлатасаҡтар

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Күп функциялы үҙәге 3 февралдә киске сәғәт 5-тә “Бәйләнештә” социаль селтәренең рәсми аккаунтында “Торлаҡ йортҡа нисек газ үткәрергә һәм газ селтәрен ер биләмәһенә еткереү программаһында нисек ҡатнашырға” темаһына тура эфир үткәрә.

“Башҡортостан Республикаһы күп функциялы үҙәгенең барлыҡ офистарында халыҡтан ер участкаһы сиктәренә газ үткәреү, шулай уҡ йортто газ бүлеү селтәренә тоташтырыу, ҡуйылған газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү һәм туранан-тура газ менән тәьмин итеү өсөн документтар ҡабул итеү ойошторолған. Хеҙмәттәр күрһәтеү тәртибен аңлатыу өсөн былтыр күп функциялы үҙәк белгестәре социаль селтәрҙә дүрт тура эфир үткәрҙе, һәр эфирҙың яҙмаһын уртаса 3,5 мең самаһы кеше ҡараны. Быйыл беҙ ошондай форматта аралашыу тәжрибәһен дауам итергә хәл иттек”, – тине Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Тура эфир сиктәрендә күп функциялы үҙәк эксперты торлаҡ йортҡа нисек газ үткәреүҙе асыҡларға ярҙам итәсәк, бының өсөн ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк, кәрәкле документтар исемлеге тураһында ентекле мәғлүмәт бирәсәк. Айырым тәртиптә коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан шәхси йорттарға газ үткәреү тураһында мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Эфир ваҡытында белгескә һорау бирергә мөмкин буласаҡ. Эфир яҙмаһы артабан ҡарау өсөн һаҡланасаҡ. Унда ҡатнашыу бушлай.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20082/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: