Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2023, 21:00

Вәғәҙә бирҙек - үтәйбеҙ!

Андрей Назаров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам саралары тураһында һөйләне. 

Вәғәҙә бирҙек - үтәйбеҙ!
Вәғәҙә бирҙек - үтәйбеҙ!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул хәрбиҙәргә ярҙам сараларына арнала.

“Ошо көндәрҙә Хөкүмәт ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн социаль ярҙамға яҡынса йомғаҡ яһаныҡ.

Был өлкәлә ҙур саралар планын тормошҡа ашырабыҙ, әммә балаларға, шул иҫәптән колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында белем алғандарға айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.

Беҙҙә 93 колледж эшләй, уларҙа 96 меңдән ашыу студент белем ала, һәм шуларҙың 536-һы – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары; төбәктең һигеҙ дәүләт юғары уҡыу йортонда 89 меңдән ашыу студент белем ала, һәм шуларҙың 122-һе – шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары.

Урта һөнәри белем биреү өлкәһендә бындай балалар өсөн өс социаль ярҙам сараһы күрһәтелә: бушлай ҡайнар аш, уҡытыуға сертификат, дөйөм ятаҡтарҙа урындар менән тәьмин итеү. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 536 балаһы ҡайнар аш менән тәьмин ителгән, 61 уҡыусы сертификат алған, ә колледж ятаҡтарында урынға мохтаж 153 уҡыусының барыһы ла йәшәй.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам саралары юғары белем биреү өлкәһендә лә ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ултырышында студенттарға – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына – коммерция формаһынан бюджетҡа күсереүҙә, вуз ятаҡтарында бушлай йәшәүҙә ярҙам күрһәтеү, көндөҙгө бүлектә белем алғандарға матди ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уны 54 студент алды ла инде.

2023 йылда юғары уҡыу йорттары матди ярҙамға: түләүле студенттарҙың уҡыуына, дөйөм ятаҡта коммуналь хеҙмәттәргә, матди ярҙам күрһәтеүгә һәм шифаханаларға юлламалар тапшырыуға 1,8 миллион һумдан ашыу йүнәлтә.

Мәғариф һәм фән министрлығына республиканан ситтә уҡыған, ләкин махсус операцияла ҡатнашҡан республика граждандары балалары өсөн һөнәри белем биреү учреждениеһы өлкәһендә социаль ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡуштым.

Яугирҙәребеҙгә уларҙың ғаиләләре һәм балалары хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирҙек – үҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ. Эште дауам итәбеҙ!”

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: