-9 °С
Болотло
Баймаҡ малайҙары ат ялына йәбешеп үҫә, тигәндәре хаҡтыр. Бына бит тағы ла ат йәнле, ҡурҡыу белмәҫ егеттәр ике йәшлек байталға йүгән һалырға тәүәккәлләп, уны өйрәтә. Улар - Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан ағалы-ҡустылы Илназ һәм Арсен Солтангәрәевтәр.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды 1,5-4 йәшлек атты өйрәтеү буйынса видеоконкурс иғлан итте. Ғәҙелбайҙың ғәййәр егеттәре лә ошо бәйгелә ҡатнаша.
Уңыштар һеҙгә, Солтангәрәевтәр!
Фото: видеонан скриншот.