Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Автограф”, “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Алтын тирмә” тапшырыуҙарын ҡыҙыҡһынып ҡараусылар арабыҙҙа аҙ түгел. Башҡортостан телевидениеһының Алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙарҙың, йөкмәткеле проекттарҙың етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәбирә Хәмиҙуллина бөгөнгө “Йома”быҙҙың ҡунағы. Әңгәмәбеҙҙә тәжрибәле тележурналистың зәңгәр экрандар артындағы тормошон да яҡтыртырға тырыштыҡ.
– Хәбирә Әбдрәхим ҡыҙы, журналистикаға нисек килдегеҙ? Ул һеҙҙең бала саҡтағы хыялмы?
– Мин мәктәп эскәмйәһенән судья булырға хыялландым. Маҡсатым – судья булып эшләп, тормоштағы ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы көрәшеү ине. Ләкин мәктәптә өйрәнелмәгән сит тел арҡаһында юридик факультетҡа уҡырға инә алманым. Ул ваҡытта сит тел уҡымаған абитуриентҡа автоматик рәүештә “өслө” билдәһе ҡуйыла ине. Имтихандарҙың ҡалған өсәүһен “дүртле” һәм “бишле” билдәһенә биреүгә ҡарамаҫтан, бер балл етмәне. Шул билдәләр менән БДУ-ның рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инеп киттем. Был факультетты тамамлауыма бик тә ризамын – һәр ҡайһыһы ҙур шәхес, филолог, дәреслек авторы булған бик белемле, оло ғалимдар ине остаздарым. Минең судья булыу теләгем килеп сыҡмауына шатланам, сөнки күп тә үтмәй, судья кешенең ғүмере тормоштоң насар, йәмһеҙ яғында үтеүен аңланым. Барыбер мин ул өлкәлә эшләй алмаҫ инем. Сөнки мин кешеләрҙе шатландырыуҙан, уларға игелек, изгелек эшләүҙән кинәнес табам.
– Бәләкәй саҡтағы Хәбирә ниндәй холоҡло булды? Ниндәй ғаиләлә үҫте ул?
– Минеңсә, бик тыңлаусан ҡыҙ булдым. Атайымды, әсәйемде туғандарымды, туған мәктәбемде, уҡытыусыларымды яраттым. Йәйге каникулда беренсе сентябрҙе ныҡ һағынып көтөп ала торғайным. Моғайын, уҡыу еңел бирелгәндер, ауыр булһа, мәктәпте ул тиклем ярата алмаҫ инем. Әле лә балаларым: “Беҙҙең әсәйҙә – уҡыу культы”, – ти. Атайым менән әсәйем дә һәр ваҡыт: “Уҡығыҙ, тырышығыҙ!” – тип әйтеп кенә торҙолар. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны атайым Әбдрәхим Абдрахман улы Кәримов балаларын тәртипле булырға өндәне, уҡыуға дәртләндерә торған матур һүҙҙәр әйтә торғайны. Ул: “Минең балаларым уҡыған, эшләгән урындарында матур өлгө булып йөрөргә тейеш”, – тип йыш ҡабатлай ине. Беҙ, уның алты балаһы, тормошто атай әйткәнсә булырға тейеш тип ҡабул иттек тә шикелле.
Әсәйем Нурия Нәбиулла ҡыҙы тәүге сиратта аҡыллы ҡатын, ҙур йөрәкле әсәй. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте лә шул тиклем йылы ине. Әсәйем менән атайымдың һүҙгә килешкән саҡтары булмағандыр, һәр хәлдә, ундай мәлдәрҙе хәтерләмәйем. Иртән уянһаҡ, аш бүлмәһе яғынан, Нурия, Әбдрәхим, тип бер-береһенә өндәшкәндәре, кетер-кетер көлөшкәндәре ишетелер булды. Беҙгә бер ваҡытта ла ҡаты һүҙ әйтмәнеләр. Бәләкәс кенә эшебеҙҙе күрә, йылы һүҙ әйтеп күңелде үҫтерә белделәр.
Бала саҡ хыялдарым – был тормошто тағы ла матурыраҡ, тағы ла яҡшыраҡ итеү ине. Бөйөк шағир Әнғәм Атнабаев әйтмешләй: “Был донъяны ағартам тип кеше күпме ҡарала...” Шул бала саҡ хыялына тоғро ҡалдым да шикелле. Мин утыҙ бер йыл хеҙмәт иткән Башҡортостан телевидениеһы һәр ваҡыт шул юҫыҡта эшләй: мәғрифәтселек, өлгөлө кешеләребеҙҙе ҙурлап күрһәтеү, белем биреү, халыҡтың күңелен күтәреү, дәртен арттырыу.
– Телевидениела тәүге эш көнөгөҙҙө, тәүге тапшырыуығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Мине 1991 йылда Башҡортостан радиоһына балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһына БДУ-ла бергә уҡыған курсташым Рәмис Дәүләтбаев (хәҙер “Сәләм” телеканалының директоры) эшкә саҡырҙы. Бер нисә айҙан “Тамыр”ҙың тәүге директоры Луиза Фархшатова “Тамыр” балалар телерадиостудияһына өлкән мөхәррир итеп эшкә алды. Ул минең Асҡын районынан алып ҡайтҡан радиотапшырыуымды тыңлаған һәм: “Шул тиклем күп, бай материал алып ҡайтҡан радиожурналисты күргәнем юҡ ине әле”, – тип, шунда уҡ өлкән мөхәррир итеп тәғәйенләне. Тәүҙә балаларҙың үҙҙәре менән “Иләү”ҙе алып барҙым, һуңғараҡ телевидение өсөн тапшырыу төшөрә башланыҡ. Тәүге эшем “Тамыр”ҙың бәләкәй алып барыусылары Сыңғыҙ Ханнанов, Айгөл Иҙрисова һәм ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин менән милли кейемебеҙ, музыка ҡоралдары хаҡында тапшырыуҙар циклы булды.
Телевидениела “Тамыр” телерадиокомпанияһында эш башлаһам да, 1993 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡтың “Экран” телерадиокомпанияһында баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләнеләр. Ә 2001 йылда Луиза апай Фархшатова Башҡортостан телевидениеһына ҡабаттан эшкә саҡырҙы. “Аҡ тирәк, күк тирәк” ток-шоуын әҙерләп, Рита Өмөтбаева менән алып барҙыҡ. Шунан яҙыусылар, күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тормошо һәм ижады тураһында “Автограф” тапшырыуҙар серияһы, “Учим башкирский язык” (“Башҡорт телен өйрәнәм”) проектының етәксеһе, мөхәррире булдым.
– Атай, әсәйегеҙ әйткән ниндәйҙер һүҙҙәр тормош девизығыҙ булып торамы?
– Атай-әсәй беҙҙе, алты балаһын, хеҙмәт менән тәрбиәләне. “Эшләгән кеше хур булмаҫ”, “Эшләп тапҡан тәмле була”, “Егәрле кеше таң атҡанда йоҡлап ятмаҫ”, тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлай ине әсәй менән атай.
Минеңсә, беҙҙең быуын балалары бәләкәйҙән эш менән сынығып үҫте. Шуның өсөн тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәйбеҙҙер. Ауылдан бер бәләкәй сумка менән сығып китеп, ҡалала фатирҙар һатып алып, матур итеп донъя көтәбеҙ. Был, әлбиттә, атай-әсәйҙең дөрөҫ хеҙмәт тәрбиәһе емеше.
– Кешелә хөрмәт иткән һәм ҡабул итмәгән сифаттар?
– Кешелә хөрмәт иткән сифаттарҙан иң тәүҙә – тоғролоҡ. Кешене кеше иткән сифаттыр ул. Иреңә, балаларыңа, ата-әсәңә, туғандарыңа, дуҫтарыңа, хеҙмәттәштәреңә, тыуған ереңә, халҡыңа тоғролоҡ. Яратмағаным – ике йөҙлөлөк. Алдыңда йылмайып, артыңда бысаҡ ҡайраған кешеләрҙән ҡурҡам хатта. Яманлыҡ ҡылыусылар тормош юлымда бик һирәк осраны. Ләкин миңә ҡылған яманлыҡты тиҙ онотам, ғәфү итәм, шундай холоҡ биргәнгә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтлемен. Тағы ла тауыш күтәргән кешене йәнем ҡабул итмәй, шуның өсөн үҙем дә ипле генә итеп өндәшергә тырышам, балаларымдан да шуны талап итәм.
– Ғаиләгеҙ тураһында ла белге килә. Эштән һуң өйҙә ниндәй ул телевидение хеҙмәткәре?
– Мин ғүмерем буйы өйгә ҡайтып кереү менән йүгереп аш бүлмәһенә инеп китәм. Минең өсөн ғаиләмдең тамағы туҡ булһа, аш-һыуҙан өҫтәлем һығылып торһа – шул иң мөһиме. Ҡулдан килгәнсә оло йәштәге әсәйҙәребеҙҙе ҡарарға тырыштыҡ. Өйөбөҙҙөң түрендә йә ҡәйнәм, йә әсәйем ултырыр ине. Ҡәйнәм Ғәрифә туҡһан өс йәшенә тиклем, баҡыйлыҡҡа күскәнсә, минең ҡәҙерле ҡунағым булды, әле туҡһан беренсе йәшенә ҡараған әсәйем йылдың күберәк ваҡытын беҙҙә үткәрә.
Ғүмер юлдашым Камил Мирғәле улы менән бер мәктәптә параллель класта уҡыныҡ. Ул Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция һорауҙары буйынса идаралығының баш белгесе булып эшләй.
Өс бала үҫтерҙек. Оло ҡыҙыбыҙ Розалия Айбулат кейәүебеҙ менән Камилә һәм Арсен исемле ике бала үҫтерә. Ҡыҙыбыҙ БДУ-ның сит телдәр факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы, хәҙерге ваҡытта балалар тәрбиәләп декрет ялында. Улыбыҙ Морат Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, (атаһы ла 1983 йылда Ишембайҙың 2-се мәктәп-интернатын алтын миҙалға тамамлағайны) М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын уңышлы уҡып бөтөп, эшләп йөрөй. Аллаһ Тәғәләнән улыбыҙға иманлы, тәртипле тормош юлдашы тура килһен ине тип һорайбыҙ. Өсөнсө балабыҙ Айһылыу Мәскәүҙең “Юғары иҡтисад мәктәбе” университетының хоҡуҡ факультетында белем ала.
– Йәнә бер ғүмер юлы үтеү мөмкинлеге булһа, ниндәй юлды һайлар инегеҙ?
– Ошо уҡ юлды һайлар инем, моғайын. Күҙ теймәһен, сөбханаллаһ- машаллаһ тип әйтеп йөрөйөм. Балалар ошоға тиклем ҡайғыртҡаны булманы, Аллаға шөкөр. Яратып кейәүгә сыҡтым, күңелемә ятҡан эш менән шөғөлләндем. Әсәйем, туғандарым иҫән-һауҙар, дуҫтарым бихисап, хеҙмәттәштәремдән, етәкселегемдән уңдым.
Башҡортостан телевидениеһының алтын фондында күренекле замандаштарыбыҙ хаҡында 25-ләгән “Автограф”ым һаҡлана. Был серияның геройҙары – Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибай, Илшат Йомағолов, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбаев, Таңсулпан Ғарипова, Яҡуп Ҡолмой һәм башҡалар. Минең етәкселегемдә өс йөҙгә яҡын “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуы эфирға сыҡҡан. Ун бер йыл дәүерендә дүрт йөҙҙән артыҡ “Алтын тирмә” телевикторинаһы төшөрөлөп күрһәтелгән. Ул тапшырыуҙарҙың һәр береһе миңә бик ҡәҙерле, уларға күңелем йылыһы һалынған.
Үткән ғүмерем менән үкенергә бер сәбәп тә юҡ һымаҡ. Ҡатын-ҡыҙға бәхет өсөн донъялар тыныслығы, яныңда һөйөклө кешең, изгелекле балаларың булыуы, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың иҫән-һау ғүмер итеүе, күңелгә ятҡан эшең булыуы кәрәктер, тип уйлайым.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА