Һеҙгә Дания исемле ҡатындың һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ. Кемделер хөкөм итергә хаҡыбыҙ юҡ, мәгәр кәңәштәрегеҙҙе яҙа алаһығыҙ.
“Миңә 43 йәш, ирем менән алты йыл элек айырылыштыҡ. Юлдарыбыҙ тауыш-тынһыҙ ғына ике яҡҡа китте. Күптән мөнәсәбәттәребеҙ һыуынғанын, иремдең мине яратмағанын тоя инем. Ир менән ҡатын булараҡ йәшәү түгел, һуңғы йылдарҙа хатта һөйләшмәй ҙә башлағайныҡ. Аҙаҡ иһә уның алты йылға яҡын һөйәркәһе булыуы, айырылышыу өсөн ҡыҙыбыҙға 18 йәш тулғанды көтөүе асыҡланды. Әллә ни үкенес кисермәнем: күрәһең, үҙем дә һыуынып бөткәнмендер.
Ҡыҫҡаһы, һуңғы йылдарҙа ҡыҙым менән икебеҙ йәшәнек. Ул – студент, егете бар, оҙаҡламай кейәүгә сығам тип әйтеүе лә ихтимал. Ә мин яңғыҙ ҡалырға ҡурҡам. Тәмле ризыҡтар бешерергә, өйҙә бөхтәлек булдырырға яратам. Эргәлә ныҡлы терәк – ир-ат булһа, ни әйтер инең дә... Тик ирекле ҡатын-ҡыҙға әүерелгәс, йәштәштәрем мине башҡа ҡыҙыҡһындырмағанын төшөндөм. Һөҙөмтәлә танышыуҙар сайтында ир-ат менән танышырға, бер ниндәй эҙемтәләре булмаған, яуаплылыҡ өҫтәмәгән осрашыуҙарға йөрөргә әүәҫләнеп киттем. Ул ир-аттың бөтәһе лә минән кесерәк, кәмендә биш-алты йәшкә, ун йәшкә бәләкәйерәк булғандары ла бар. Үкенмәйем! Хәйер, әсәйем менән апайҙарым туҡтауһыҙ битәрләй: “Ҡартайып бөткәс, кеше көлдөрөп теләһә ҡайҙа йөрөйһөң, күңел асыуҙан бушамайһың! Йәш ирҙәрҙе өйгә алып ҡайтыуыңды туҡтат! Ҡыҙың алдында оят түгелме? Донъя ҡороуҙы уйлар инең – ҡартлыҡ көтөп тормаҫ! Яңғыҙ ҡалаһың”, – тип ҡаты ғына әйткеләп тә алалар.
Миңә иһә йәшерәк ир-ат менән күпкә ҡыҙыҡ, күңелле, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар өйләнергә уйламай ҙа. Береһенең дә яҡындары менән таныштырғаны булманы. Мин ныҡлап өйрәнә башлаһам, мөнәсәбәттәрҙә ниндәйҙер бәйләнеш барлыҡҡа килһә, улар тиҙ генә юғалыуҙы хуп күрә. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо йәшкә етһәм дә, һаман әкиәткә ышанам, ахыры: эстән генә шул ир-аттарҙың береһе ҡасан да булһа тәҡдим яһар тип көткәйнем дә бит, әммә улар күңел асты ғына, буғай.
Күптән түгел әхирәтем 51 йәшлек ир менән таныштырҙы. Айырылышҡан, белемле, ҡулы ла оҫта. Холҡо тыныс. Әммә миңә уның менән шул тиклем күңелһеҙ! Икенсе яҡтан, ҡулымдағы сәпсекте ысҡындырһам, бөтөнләй буш ҡалырмын тип тә ҡурҡам.
Бына шундай уйҙар менән йәшәп ятам. Ҡасан бәхетле булырмын? Ғөмүмән, булырмынмы?” – тип әсенә Дания. Ә һеҙ ни әйтерһегеҙ, дуҫтар?
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА