Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 21:48

“Башҡортостан” гәзите конкурстар иғлан итә

2023 йыл дауамында “Башҡортостан” гәзитенең әүҙем авторҙарын яңы конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бәйгеләргә декабрь аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр көтә!

“Беҙ бергә!”

 

“Башҡортостан” республика гә­зите махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡан яугирҙәргә тылда яр­ҙам иткән, төрлө акцияларҙа әү­ҙем­лек күрһәткән илһөйәр милләт­тәш­тәребеҙҙең, ойошмаларҙың, предприятие­ларҙың, ирекмән­дәрҙең эшмәкәрлеген яҡтыртыу, Ватаныбыҙҙың тарихи үткәненә ихтирамды тәрбиәләү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсатында “Беҙ бергә!” мәҡәләләр конкурсы иғлан итә.

Илебеҙҙең яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе күрергә һәм улар тураһында һөй­ләргә, тыуған ил именлеге хаҡына индер­гән хеҙ­мәттәрен яҡтыртырға тейешбеҙ.

Уҡытыусыларҙы данлайыҡ!

 

Белеүебеҙсә, 2023 йыл, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошоно күҙ уңында тотоп, гәзитебеҙҙә “Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа...” тип аталған конкурс иғлан итәбеҙ.

Был бәйге – изге һөнәр эйәләренең фиҙакәр хеҙмәтен киңерәк танытыуҙы, уның абруйын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Конкурсҡа үҙегеҙҙең остаздарығыҙ, хөрмәт иткән таныш уҡытыусылар, династиялар тураһында мәҡәлә­ләр көтөп ҡалабыҙ.

Рәхмәт һиңә, яҡташ!

 

“Башҡортостан” гәзите баш­лаған тағы бер конкурс республикала иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр” йылына арнала.

Исемле йыл тураһында, үҙ фекерен белдереп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тигәйне: “Хатта ҙур мөмкинлектәре булмаған әммә тыуған төйәгенең үҫешенә бәләкәй генә өлөш индерһәләр ҙә, был ҙур эш. Өҫтә­үенә мин “йәнтөйәк” төшөнсәһен аныҡламайым. Уңышҡа өлгәшкән һәм, бәлки, сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн кесе ватаны  тотош Башҡортостан булыуы ихтимал. Шуға күрә маҡсатыбыҙ – Башҡортостанда тыуып үҫкән барлыҡ кешеләрҙе ошо бурыс өсөн туплау. Киләһе йылдың яҙында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Кесе ватанын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙы саҡырырбыҙ”, – тине.

Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзите “Рәхмәт һиңә, яҡташ” тип аталған яңы конкурс башлай. Быйыл үҙенең кесе ватанына ярҙам иткән кешеләр тураһында яҙасаҡ­быҙ. Республикабыҙҙа ундай йомарт, изге күңелле, тыуған яғын яратҡан кешеләр күп. Әйҙәгеҙ, улар тураһында ауылдарында ғына түгел, ә бар республикала белһендәр. Тәҡдим ителгән эштәрҙең темаһы конкурстарҙың маҡсаттарына тап килергә тейеш. Конкурс комиссияһы мәҡәләләрҙе баһалағанда йөкмәткеһенә, һүрәтләү оҫталығына, телдең үҙенсәлектәрен аңлап, дөрөҫ яҙыуға иғтибар итәсәк.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең исем-шәрифен, адресын һәм телефонын күрһәтеп, мәҡәләләрен электрон вариантта редакцияға алып килеп тапшыра (450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат) йә электрон почтаға ([email protected]) ебәрә ала.

Иң яҡшы тип табылғандары гә­зит биттәрендә донъя күрә. Еңеү­селәр аҡсалата премия менән бүләкләнә, дипломдар тапшырыла.

Хөрмәтле гәзит уҡыусы­лары­быҙ, һеҙҙән конкурстарға йөкмә­ткеле мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ!

Читайте нас: