Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 20:00

Баш табип эшенән китте

Был хаҡта 3 февралдә билдәле булды, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Баш табип эшенән китте
Баш табип эшенән китте

Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Рөстәм Әхмәтшин вазифаһынан бушатылды. Был хаҡта 3 февралдә билдәле булды, тип хәбәр итте “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, медицина ойошмаһы етәксеһенең контракты тамамланған. “Ул һаулыҡ һаҡлау системаһында йәш табиптарға остаз булараҡ ҡала. Уның тәжрибәһе фәнни һәм мәғариф эшмәкәрлек өсөн файҙаланыласаҡ”, - тип хәбәр иткәндәр ведомствола.

Рөстәм Әхмәтшин – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт медицина институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген республика балалар клиник дауаханаһында табип-интерн булып башлаған, артабан табип-уролог, урология бүлексәһе вазифаһын атҡарған. 2003 – 2008 йылдарҙа – баш табип урынбаҫары, 2008 йылдан республика балалар клиник дауаханаһына етәкселек итте. 2021 йылда Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды.

Фото: Олег Яровиков (“Башинформ”).

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: