

Журналистика ветераны Зыял Шәйхетдиновтың исеме “Башҡортостан” гәзитенең уҡыусыларына яҡшы таныш. 22 йыл дауамында республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары буйынса махсус хәбәрсе булып эшләй ул. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт дауамында Зыял Сәләх улы тарафынан ошо төбәккә ҡағылышлы күпме ваҡиға яҡтыртылған, күпме кешеләр тураһында һүрәтләмә һәм очерктар яҙылған, күпме юлдар үтелгәндер – бындай иҫәпте бер кем дә алып бармаған, әлбиттә. Әммә махсус хәбәрсе тарафынан башҡарылған фиҙакәр эштәрҙе яҡташтары онотмай, Зыял Шәйхетдинов – бөгөн дә улар өсөн хөрмәткә лайыҡ кеше.
Ғүмеренең 75 йәш тип билдәләнгән күркәм үренә еткән журналистика ветераны Мәсетле районының Борғатъя ауылында тыуып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, артабан Свердловск ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. Район гәзитендә хеҙмәт сынығыуы ала, артабан КПСС-тың Мәсетле район комитетында пропаганда һәм агитация, мәҙәниәт бүлектәре мөдире булып эшләй. 1985 йылдың сентябрендә республикабыҙҙың башҡорт телендәге төп милли баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе булырға тәҡдим иткәстәр, ике уйлап тормай ризалаша һәм күңеленә электән дә яҡын булған журналистика донъяһына сума.
Яҡташтарының тормош-көнкүреше менән ихлас таныштырған, был төбәккә хас проблемаларҙы ҡыйыу күтәргән, күҙ буяу менән шөғөлләнгән түрәләрҙе тәнҡит утында тотоуҙан да ҡурҡмаған журналист булып таныла ул. Махсус хәбәрсе булараҡ уға бүлеп бирелгән биләмәгә тотош төбәк – Мәсетле, Дыуан, Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, хатта Ҡариҙел менән Асҡын райондары ла инә. Планлы рәүештә һәр районда булып, төбәк тормошондағы яңылыҡтар менән үҙ мәлендә таныштырып барыуҙы, ябай ауыл кешеләрен, хеҙмәт алдынғыларын, өлгөлө ғаиләләрҙе күрһәтеүҙе, кәрәкһә, уларҙың мәнфәғәтен яҡлауҙы үҙенең төп бурысы тип һанай журналист Шәйхетдинов. Яҡташтарынан килгән хаттар буйынса дөрөҫлөк, ғәҙеллек даулап та йыш йөрөргә тура килә уға. Ә бит ул ваҡытта хәҙерге шикелле интернет селтәре, кеҫә телефондары юҡ. Һәр яңылыҡты барып күреп яҙыу, һәр мөрәжәғәтте урында асыҡлау шарт.
– Бер сыҡҡанда бер юлы бер нисә районда эшләп ҡайта инем. Иртә менән автобусҡа ултырып сығып китәм, артабан ниндәй транспорт тура килә, шуға күсәм. Иртәнсәк район үҙәгендә булһам, төш – фермала, кис берәй йортта матур ғаилә тарихы тураһында белешеп ултыра инем инде, – тип һөйләй үҙенең хеҙмәт йылдары тураһында ветеран хеҙмәттәшебеҙ.
Эшен яратып башҡара Зыял Сәләх улы, был өлкәне һайлауына бер ҡасан да үкенмәй. Рухи күтәрелеш осоронда үҙ төбәгендә башҡорт телендә “Әйлестан” тигән гәзит асыуға өлгәшә. Ул биш район халҡына тарала. Ҡәләмдәшебеҙҙең күңел биреп башҡарған фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана: Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, республиканың Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡа маҡтау билдәләре менән бүләкләнә.
Ғаилә тормошонан да уңа журналист. Зыял Сәләх улы менән Лиза Сабит ҡыҙы – бына инде ярты быуаттан ашыу яҙмыш һынауҙарын бергә үтеп, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашып йәшәгән матур пар.
– Май айында өйләнешергә ярамай, ғүмер буйы үкенеп йәшәрһең, тигән ырым бар. Ә бына атайым менән әсәйем бының дөрөҫ булмауын үҙ өлгөһөндә раҫланы. Улар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, туғандар, яҡындар өсөн үрнәк, беҙгә терәк булып ғүмер итә, – ти Шәйхетдиновтарҙың ҡыҙҙары Айгөл. Ул атаһы менән әсәһенең танышыу тарихын да бәйән итте.
Ике йәш йөрәк Борғатъя ауылы клубында таныша. Ағаһының туйына килеп, сағыу тауышы менән сәхнәлә йыр башҡарған ерән сәсле ҡыҙға егет шунда уҡ иғтибар итә. Дүрт айҙан йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар итә. Ғариза яҙырға “Беларусь” тракторында баралар, сөнки бүтән транспорт булмай. Уларҙың бөтә ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтә. Хеҙмәттәшебеҙҙең хәләл ефете Лиза Сабит ҡыҙы китапханасы булып эшләй, “Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе менән бүләкләнә, хеҙмәт ветераны булып таныла.
Зыял Сәләх улы менән Лиза Сабит ҡыҙы ике балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы, тәүфиҡлы итеп тәрбиәләй. Үкенескә ҡаршы, улдары Рөстәмдең ғүмере иртә өҙөлә. Ҡыҙҙары Айгөл бөгөн “Башҡортостан энциклопедияһы”нда ғилми мөхәррир булып эшләй. Бәхетле олатай менән өләсәйҙең нәҫел дауамы, күңел йыуанысы булып ейәне, ейәнсәре һәм бүләһе үҫә.
Бөгөн хаҡлы ялдағы Шәйхетдиновтар Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәй. Эшһөйөүсәнлек бала саҡтан ҡандарына һеңгән хеҙмәт ветерандары әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Донъялары гөл кеүек, йорттоң, ихатаның һәр мөйөшө бында уңған, егәрле, матурлыҡ яратҡан кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй. Улар баҡса үҫтерергә ярата, умарта тота. Шул уҡ ваҡытта сәләмәтлек хаҡында онотмайҙар, скандинавса йөрөүҙе үҙ иткәндәр.
– Һәр байрамда, оҙайлы ялдарҙа балалар һәм ейәндәр менән атай-әсәй янына, күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ һәм рәхәтлек биргән йортҡа ашығабыҙ. Улар менән һөйләшеп ултырыу, тормош хәтирәләрен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлау – үҙе ҙур бәхет. Ошо бәхеттән Хоҙай тағы оҙаҡ йылдар айырмаһын, тип теләйем, – ти ҡыҙҙары Айгөл Зыял ҡыҙы.
Беҙ ҙә хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә лә әлеге ише ҡәҙер-хөрмәттә, күңел көрлөгөндә йәшәргә яҙһын!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА