Әлшәй районына командировкаға сыҡҡанда район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин менән осрашыу мәлендә уларҙың республика кимәлендә матур ҡаҙаныштары хаҡында ишетеп шатландыҡ. Муниципалитеттар араһында уҙғарылған “Йыл ҡаҙанышы” конкурсында әлшәйҙәрҙең күрһәткесе ғорурланырлыҡ – былтырғы һөҙөмтәләр буйынса “Тотороҡло иҡтисади үҫеш” номинацияһында Әлшәй районы еңеүсе тип танылған. “Был уртаҡ ҡаҙаныш, бында һәр әлшәйленең хеҙмәт өлөшө ингән”, – тине район хакимиәте башлығы.
Ысынлап та шулай, ҙур уңыш бәләкәйҙәренән туплана. Бында ошо төбәктә йәшәгән һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Эш сәфәребеҙ барышында быға үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Халыҡтың көнкүреше менән танышыу маҡсатында Ниғмәтулла яҡтарына юлландыҡ. Ауыл биләмәһе башлығы Шамил Әхмәтов менән әңгәмәбеҙ уңыштар ҙа, проблемалар тураһында ла барҙы.
– Шамил Минислам улы, һеҙҙең биләмәгә ҡараған ауылдар нисек көн күрә? Уҙған йыл улар өсөн ниндәй булды?
– Беҙҙең ауыл биләмәһенә Ниғмәтулла, Беляковка, Байдаковка, Нефорощанка ауылдары инә, уларҙа 761 кеше йәшәй. Иң ҙур ауыл – Ниғмәтулла, унда халыҡ һаны 527 кеше, иң бәләкәй ауыл–Беляковка, уны ни бары һигеҙ кеше төйәк иткән. Беҙҙең төбәктә туғыҙ милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу ғүмер итә. Ауылдарыбыҙҙың көсө фермер хужалыҡтарының, эшҡыуарҙарҙың, тырышып донъя көткән ябай егәрле яҡташтарыбыҙҙың күп булыуында ла күренә. Беҙҙең биләмәлә фермер хужалыҡтары ғына 12-гә етә. Улар игенселек менән шөғөлләнә, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Бынан тыш, “Раевка” һәм “Урал сауҙа компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре бар. Фермерҙарҙың ауылыбыҙҙың проблемаларын хәл итеүҙә лә ярҙам итеүен билдәләмәй мөмкин түгел. Төҙөкләндереү эштәрендә булһынмы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыумы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеүме – береһенән дә ситтә ҡалмайҙар. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫрап, үҙҙәренән артҡанын баҙарҙа һатып, уңышлы донъя көткән ауылдаштар ҙа аҙ түгел. Әлеге көндә шәхси хужалыҡтарҙа 1 мең башҡа яҡын һыйыр малы иҫәпләнә.
Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлыҡтар бар: өс ауылда ФАП булдырылған, мәҙәниәт усаҡтары ла эшләп килә. Биләмәлә төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, китапхана бар. Ниғмәтуллала мәсет тә халыҡты иманға, тәртипкә өндәй. 2020 йылда ошо ауылдың район кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы ла халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуға, айыҡлыҡҡа ынтылышын сағылдыра. Йәштәр ҡала, балалар тыуа икән, был да ауылдарҙың өмөтлө киләсәгенә ишара. Беҙҙең биләмәлә күп балалы 10 ғаилә йәшәй. Былтыр биш сабый донъяға килде. Тыуымдың үлем менән сағыштырғанда күберәк булыуы, әлбиттә, һөйөндөрә.
Үткән йыл беҙҙең өсөн төрлө яҡлап һөҙөмтәле булды. Ауыл советы өсөн “Беларусь” тракторы алдыҡ, ул хужалыҡ эштәрендә файҙаланыла. Байдаковка ауылына республиканан бүленгән субсидия иҫәбенә һыу башняһы ҡуйҙыҡ. Ауылды төҙөкләндереүҙә халыҡтың ярҙамын да тоябыҙ. Былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Ниғмәтулла ауылында зыяратты профнастил менән кәртәләнек. Быйыл да халыҡ ошо программала дәррәү ҡатнашырға ниәт итә. Был юлы Ниғмәтулла ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәлде яңыртырға тигән дәртебеҙ бар.
Ғөмүмән, төҙөкләндереү эштәре йыл әйләнәһенә туҡталмай, тиергә мөмкин. Ниғмәтулла ауылында ике һыу башняһын профнастил менән ихаталап алдыҡ. Ошо уҡ ауылда һәйкәл урынлашҡан урынды профнастил менән ураттыҡ. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа күҙ уңынан ысҡынмай. Яҡтыртҡыстарҙың һаны йылдан-йыл күбәйә. Былтыр Ниғмәтулла һәм Байдаковкала яҡтыртҡыстар өҫтәлде. Ниғмәтулла ауылына ингән урында ағастар ултыртыу ҙа иҫтәлекле ваҡиға булды. Ҡарағай, күк шыршы, алмағас, сейә, слива, барбарис үҫентеләре нығынып, киләсәктә ул урын ауылды йәмләп торор, тип ышанабыҙ. Был эш ауыл халҡының берҙәм тырышлығы менән эшләнде. Шулай уҡ фермерҙарыбыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса ла ауылдарҙа эш яйға һалынған. Аҙнаға ике тапҡыр сүп-сар сығарыла. Халыҡ был тәртипкә тиҙ өйрәнде. Былтыр яңы евроконтейнерҙар ҡуйҙыҡ, улар урынлашҡан майҙансыҡтарға бетон түшәлде. Рөхсәт ителмәгән сүплектәр хәҙер беҙҙең биләмәлә юҡ, 2020 йылда – Байдаковкала, 2021 йылда Ниғмәтулла ауылында уларҙы бөтөрҙөк.
Газ, һыу менән тәьмин итеүҙә ауырлыҡтар юҡ. Бары ике бәләкәй ауылға – Нефорощанка менән Беляковкала ғына газ үтмәгән.
– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙән тыш, быйылға тағы ла ниндәй бурыстарҙы планлаштыраһығыҙ?
– Быйыл тиҙ күтәрелә торған конструкция ярҙамында Ниғмәтуллала почта бүлексәһе төҙөү маҡсаты бар. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн унда банкоматтар ҙа ҡуйыласаҡ. Юлдар ҙа даими иғтибар талап итә, ауыл биләмәһендә уларҙың дөйөм оҙонлоғо 15 километрҙан артып китә. Юлға ҡырсынташ түшәү, шулай уҡ урамдарға өҫтәмә рәүештә яҡтыртҡыстар ҡуйыу буйынса ла биләмәлә эш дауам итәсәк.
Ауылдағы барлыҡ сараларҙың берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылыуын билдәләп үтеү мөһим. Ауыл биләмәһе хакимиәте, депутаттар, старосталар, ветерандар советы, төрлө учреждение етәкселәре, халыҡ берҙәм эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Ҡыҫҡаса белешмә:
Шамил Әхмәтов Ниғмәтулла ауылында тыуып үҫкән. Ошонда мәктәптә белем алғандан һуң, 1991 йылда Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған. Артабан Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған. 1991 йылдан алып 2002 йылға тиклем тыуған ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән. Һуңынан уға ошо мәктәптә директор вазифаһы йөкмәтелгән, уны ул 2019 йылға тиклем башҡарған. Артабан тағы ла яуаплыраҡ вазифаға тәғәйенләнә, бөгөнгө көнгә тиклем Шамил Минислам улы Ниғмәтулла ауыл биләмәһе башлығы.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА