Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 07:00

"Күптәр беҙгә һоҡланып ҡарай ине"

Бала ауырыһа, әсәй йәнен бирергә әҙер ине, атаһының ғүмере аяулы...

"Күптәр беҙгә һоҡланып ҡарай ине"
"Күптәр беҙгә һоҡланып ҡарай ине"

Күптән аралашҡан юҡ тип, бала саҡ әхирәтемә телефондан шылтыратам. Хәл-әхүәлдәр белешеп, донъя мәшәҡәттәрен һорашҡандан һуң, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән шәхси тормошҡа ла төшөп киттек. Әхирәтем тормош иптәшенән айырылып, улы менән яңғыҙы донъя көтә. Көсләп асылған ҡояштың нуры булмай, тиҙәрме әле. Шуның ише, тормошҡа ул күпкә өлкән кешегә, «ваҡыт үтеп бара, донъя ҡорорға кәрәк» тип әсәһенең өгөтләүе буйынса ғына сыҡты.

Ауыл ерендә йорто булған, ҡасандыр өйләнеп айырылған ирҙе димләгәстәр, риза булды ла ҡуйҙы. Етмәһә, шул ауылда башланғыс кластар уҡытыусыһын эҙләйҙәр ине. Эше лә килеп сыҡҡас, эстән генә шатланып та ҡуйҙы. Үҙе баҫалҡы, тыныс холоҡло ул, шуға ла дыуамалыраҡ ирҙе ваҡыт үтеү менән, бәлки, яратып китермен тип өмөтләнде. Ҡатын уңған ине, донъяһын да емертеп көттө, баҡсаһы ла һәр ваҡыт гөлт итеп торҙо. Йәш кәләш алғас, ир ҙә дәртләнеп китте шикелле, донъяһын бөтәйтте, төкәтмә эшләп йортто ҙурайтып ебәрҙе. Һүҙ юҡ, ҡағыу-һуғыу эшенә оҫта, ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең.

Ваҡыт үтә торҙо, тормош мәғәнәһе булып малайҙары тыуҙы. Тыштан ҡарап торғанда, матур ғына йәшәп ятҡан кеүек күренә инеләр. Һәр хәлдә, тирә-яҡтағылар, күрше-күлән һоҡланып туймаҫлыҡ пар тип уйланы. Әммә ғаиләлә ир үтә лә холоҡһоҙ, ваҡсыл, үҙен генә яратҡан кеше ине шул... Йорттағы барлыҡ ваҡ-төйәк нәмәләргә лә ҡыҫылды. Йыш ҡына йортта шул сәбәпле низағ сыҡты. Шул холҡо ҡатындың бер туғандарын да биҙҙерҙе. Ҡунаҡҡа килеп-китһәләр, ризаһыҙлыҡ белдереп, ғауға сығарҙы, сөнки йортона кеше килгәнде яратмай ине ул. Үҙе башлап мәңге талашмаған ҡатын өсөн бындай тормош ауыр ине…

Ун йыл түҙгәндән һуң, тамам тәҡәте ҡороп, малайын алып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Әле нисек, аралашаһыҙмы, тиеүемә, «Эйе, бала хаҡына. Был аҙнала ялға малайҙы алып ҡайтып киткәйне. Әмәлгә ҡалғандай, бала төндә ауырып киткән, тән температураһы күтәрелгән. «Ҡарале, баланы ни эшләтәйем? Киҙеүе миңә йоҡһа?!»- тип ҡото осоп шылтырата, бала өсөн ҡайғырамы тиһәм, үҙ ғүмере өсөн борсола, имеш… Үҙен генә яратҡан кешенән тағы ни көтәһең инде…» - тип тамамланы әхирәтем һүҙен моңһоу ғына. Эйе, балаһы ауырыһа, әсәй йәнен бирергә әҙер, ә атаһының ғүмере аяулы…

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: