2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән республикала тәүге тапҡыр Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары булдырылғайны.
Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фондын (Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды) булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Өс йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, дөйөм суммаһы 646 миллион һумдан ашыулыҡ 405 социаль проектҡа булышлыҡ итеп, 9 конкурс уҙғарҙы.
2021 йылдан Фонд Рәсәй Федерацияһы субъекттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү буйынса төбәк конкурстарын берлектә финанслауға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын тапшырыуға булған конкурста әүҙем ҡатнаша.
2021 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында өҫтәмә финанслауҙың максималь күләме - 74 850 668 һум, 2022 йылда берлектә финанслау суммаһы 101 469 254 һум тәшкил иткән.
2023 йылда беҙҙең төбәк йәнә алдынғы урынға сыҡҡан һәм төбәк конкурстарын иң ҙур ҡушма финанслауға эйә булған - 98 195 982 һум. Федераль грант төбәк ҡаҙнаһы аҡсаһы менән бергә 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурстары сиктәрендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль әһәмиәтле проекттарына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.
2023 йылдың 1 февралендә Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм 2023 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға Беренсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә башланы. Конкурс тәүге тапҡыр мини-гранттар форматында уҙғарыла. Ул яңы эш башлаған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға грант ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыу, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү маҡсатында ойошторола.
Ошо форматтағы конкурста ҡатнашыусыларға айырым талаптар һәм шарттар бар: коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың дәүләт теркәүенән һуң тейешле срокты бер йылдан өс айға тиклем кәметелгән, гранттың максималь суммаһы өс миллион һумдан 500 мең һумға тиклем түбәнәйгән, проектты ғәмәлгә ашырыуҙың максималь ваҡыты 12 айҙан алты айға тиклем ҡыҫҡартылған.
Шулай уҡ ойошмалар конкурста Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, 2022 йылдың 1 февраленән Мәҙәни башланғыстар Президент фонды конкурстарында еңеүсе тип танылмаған осраҡта ғына ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2023 йылдың 2 мартына тиклем Фонд сайтында ҡабул ителә: https://грантыглавы102.рф.
Унда шулай уҡ тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды.