Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 12:56

“Яратыуыбыҙҙы һәм көтөүебеҙҙе тойһондар”

bashkortostan.er.rubashkortostan.er.ru
Фото:bashkortostan.er.ru

Баҡалы районы халҡы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ егеттәрҙең бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителеүенә ышандырыуына ҡарамаҫтан,  уларға даими нигеҙҙә гуманитар ярҙам йыйыу, шәхси һәм дөйөм посылкалар туплау эшен дауам итә.

Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Светлана Мерәҫова-Халиҡова, яу һыҙығындағы һалдаттарға нимә кәрәклеге тураһында һорашып, егеттәрҙе өй шарттарында быҡтырылған ит  һәм сало менән ҡыуандырырға ҡарар итә. Уның тәҡдимен ире Александр һәм әхирәттәре лә хуплай, күршеләре лә ҡеүәтләй, райондан ситтә йәшәгәндәр ҙә аҡсалата ярҙам күрһәтә.

Бар күңелеңде һалып баш­ҡарған эш һәр саҡ уңышлы була. Мерәҫовтар йортонда итте быҡтырыу нескәлектәрен белгән ҡыҙҙар йыйыла. Кемдер ит киҫә, кемдер тәмләткестәр әҙерләй, кемдер банкаларҙы стерилләй. Шулай итеп, бер нисә сәғәт эсендә 50 банка бешереп, ябып та ҡуялар. Бынан тыш, ҡыҙҙар 10 килограмм самаһы сало тоҙлай. Өй шарттарында әҙерләнгән ризыҡтар менән фабриканыҡын сағыштырырға ярамай, тип уйлай изге йөрәкле гүзәл заттар.

– Был гуманитар ярҙамды “егеттәребеҙ ас йөрөмәһен һәм улар кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин ителмәгәндер” тип түгел, ә уларҙы яратауыбыҙҙы һәм көтөүебеҙҙе тойһондар өсөн күрһәтәбеҙ, – ти Светлана.

Райондың ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ та махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Яңы Илек биләмәһе кешеләре лә ситтә ҡалмаған һәм изге эштәргә әүҙем ҡушылған. Улар яугирҙәрҙе үҙҙәре ҡырҡҡан һалма менән ҡыуан­дырырға ҡарар иткән. Атап әйткәндә, шәхси эшҡыуар Людмила Рыцева ошондай тәҡдим яһаған. Уны туғандары һәм яҡындары хуп­лап, ярҙамға килгән.

 Людмила Николаевнаның әсәһе – Галина Викторовна Кузнецо­ваның өйөнә йыйылып, 120 йоморт­ҡанан ҡамыр әҙерләп, һалма киҫәләр. Ихлас күңелдән, йөрәк йылыһын һалып башҡарған эште оҫта ҡатындар бер нисә сәғәт эсен­дә атҡарып та сыҡҡан. Ризыҡты һауыттарға һалып әҙерләп тә ҡуйғандар, бөтәһе 20 төргәк булған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һалма әҙерләү буйынса эстафетаны Иҫке Ҡорос ауылының гүзәл заттары ла ҡабул итеп, был изге эшкә тос өлөш  индергән.

Шулай итеп, баҡалылар ҙа, ситтән тороп булһа ла күңел йылыларын һалып, гуманитар йөк әҙерләй, еңеүҙе яҡынайтыуға мөмкин тиклем үҙ өлөштәрен индерергә тырыша.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас