“Һөнәрленең ҡулы алтын”, тиҙәр. Ундайҙар тормош көткәндә лә юғалып ҡалмай. Ниғмәтулла ауылында ҡул эштәренә оҫта булған Айгөл Нәзир ҡыҙы менән танышайыҡ тип инһәк, был ғаиләнең бар яҡлап та уңған булыуын күрҙек.
Баҡса эше уларҙа февралдә башлана. Тәүҙә орлоҡ сәсһәләр, апрелдә үҫентеләрҙе йылытылған теплицаға күсерәләр, май баштарында ҡыярҙарын тәмләйҙәр.
Йәйге айҙарҙа ауылда эш бигерәк тә күп. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт мәшәҡәттәре күп ваҡытты ала. Дәүләтшиндәр әйтеүенсә, улар ҡаҙҙарҙы ғына 50 – 70 баш үҫтерә, унан тыш өйрәк-тауыҡтары ла бихисап. Йәй етһә, үҙҙәренән артҡан һөтө, майы, ҡаймағы менән район үҙәгендә баҙарҙа һатыу итергә лә өлгөрәләр.
Айгөл Нәзир ҡыҙы – хужабикә, үҙен тулыһынса йорт эштәренә, ғаилә усағын һаҡлауға арнаған, Фәнис Фәрит улы һөнәре буйынса водитель.
Ауыл кешеһе ҡышҡы миҙгелдә генә хужалыҡ мәшәҡәттәренән бер аҙ тын алып ҡала. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә лә үҙенә шөғөл таба Айгөл Нәзир ҡыҙы. Ауылда уның бәйләмгә оҫта булыуын белеп бөткәндәр. Ултырғыс япмаларының, тапочкаларҙың ниндәйе генә юҡ. Төрлө биҙәктәр менән эшләгәс, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле.
– Мәктәптә уҡығандан уҡ бәйләм менән ҡыҙыҡһынам. Өләсәйем шәл, носки, кофталар бәйләй ине, уға ҡарап күп шөғөлгә өйрәндем. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен дә ярата торғайным, – тип һөйләне ул.
Ғаиләнең йәме, ҡото – балаларҙа. Дәүләтшиндәр ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Алһыу, Өфөлә медицина колледжын тамамлап, әлеге көндә эшләп йөрөй. Кеселәре Әлиә иһә ошо уҡ уҡыу йортонда икенсе курста белем ала.
Тырышлыҡтары, үҙҙәренең көсө менән матур итеп донъя көткән Дәүләтшиндәр кеүек ғаиләләр – ауыл ҡото.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА