Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2023, 17:00

“Халыҡ алдында оятҡа ҡалдырҙылар”

Радик Юлъяҡшинды аэропортта повестка менән ҡаршы алғандар...

“Халыҡ алдында оятҡа ҡалдырҙылар”
“Халыҡ алдында оятҡа ҡалдырҙылар”

Бөгөн төндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) Тайландтан Өфөгә ҡайтты. Ул Өфөләге “Биатлон” спорт комплексында Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө айҡанлы ойошторолған байрамда ҡатнаша һәм бушлай концерт бирергә тейеш.

Ләкин уны тыуған ҡалаһының аэропортында нисек ҡаршы алыуҙары оҡшамаған. Баҡһаң, хоҡуҡ һаҡсылары аэропортта уҡ ҡаршыһына сығып, Тәфтиш комитетына килергә тип уға повестка тапшырған. Йырсы бындайҙы көтмәгән һәм социаль селтәрҙәр аша үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеге тураһында һөйләне.

“26 сәғәт юлда булдым. Ниһайәт, тиҙерәк йоҡлай һалырға кәрәк, тигән теләк менән Өфөгә ҡайтып еттем, сөнки дүрт сәғәттән ял иткән ҡиәфәттә концерт ҡуйырға кәрәк. Ә улар мине аэропорт халҡы алдында оятҡа ҡалдырҙы. Әллә нимә ойошторҙолар. Ә ни бары әллә ниндәй “һулаҡай” эш буйынса шаһит сифатында тәфтиш комитетына саҡырған булғандар. Үҙҙәренең яҙма вәкәләттәрен күрһәтмәнеләр, ниндәй эш, ниндәй статья икәнен аңлатманылар. Ни эшләп барыһын да әҙәмсә эшләп булмай һуң ул?” тип яҙҙы ул.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: