Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2023, 14:00

Урманда кеше аҙашҡан...

Тапҡандарында бик ныҡ өшөп-туңған, ҡыҫҡаһы, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған була.

Урманда кеше аҙашҡан...
Урманда кеше аҙашҡан...

Бөгөн таңға ҡарай ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә 46 йәшлек ир ярҙам һорап шылтырата.

Өфө янындағы Максимовка һәм Тимашево ҡасабалары араһындағы урманда аҙашыуын хәбәр итә ул. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уның менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә була һәм тиҙ табып алалар.

Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, ир ҡар өҫтөндә ултырған була. Бик ныҡ өшөп-туңған, ҡыҫҡаһы, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған була.

Бисара Тимашево ҡасабаһынан сыҡҡан, ә нисек урманға килеп эләккәнен иҫләмәй.

Ярай әле ярҙам ваҡытында килеп еткән, хәлдең күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал ине бит. Носилкаға һалып ирҙе машинаға ултыртҡандар, артабан ҡаршыға сыҡҡан «Ашығыс ярҙам» табиптарына тапшырғандар, тип белдерә "Башинформ".

Фото pixsbay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: