Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан доброволецтарға түләмдәрҙе ваҡытында еткереү мәсьәләһен махсус контролгә алырға ҡушты.
– Беҙ доброволецтар батальондарына тағы бер түләм булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттек: хеҙмәт итеүҙәренә алты ай үткәс, улар 200 мең һум күләмендә аҡса ала. Әгәр кемдеңдер был ваҡыты етһә, шунда уҡ контролгә алырға һәм аҡсаны бирергә кәрәк. Егеттәр беҙгә һәр саҡ рәхмәт әйтеп тора, барлыҡ вәғәҙә иткән аҡсалар, суточныйҙар ваҡытында килеп тора, уларҙың ғаиләләре ошо аҡсаға йәшәй. Шуға күрә был мәсьәләлә ҡаты тәртип булырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: gazetavibor.ru