-13 °С
Болотло
"Тамыр" телеканалының "Әлләсе" тапшырыуы алып барыусыһы Салауат Заманов үҙенең һөйгән ҡыҙы "Бирешмә" йәштәр төркөмө солисы Гөлгөнә Баһауетдиноваға үҙенсәлекле итеп тәҡдим яһаны.
"Тамыр" беҙҙе, таныштырҙы, "Тамыр" ҡауыштырһын, Гөлгөнәм", - тине егет, балдаҡ бүләк итеп. Ҡыҙ ҙа был тулҡынландырғыс мәлдә "әлләсе" тип түгел, ә "эйе" тип яуап бирҙе.
Ҡыуаныслы мәлдәрен уртаҡлашып, беҙ ҙә уларҙың бәхетле булыуҙарын теләйбеҙ, аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Фото: видеонан скриншот.