4 февраль, шәмбе, Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы гөрләп торҙо. Унда бик күңелле сара – ирҙәр араһында Быймала хоккей 40+ турниры үтте. Райондың алты – Түбәнге Хәжәт, Дурас, Ҡара Яҡуп, Игнатовка, Ябалаҡлы, Күсем ауылдарынан йыйылған уйынсылар район хакимиәте башлығы кубогын яулау өсөн көс һынашты. Уйын бик йәнле барҙы. Айырыуса, иң өлкән уйынсы 72 йәшлек Хәмит Хөснөтдинов барһын да харизмаһы, боҙҙа тупты оҫта, йөрөтөүе, йылғырлығы менән һоҡландырҙы. Ул алыштырғыһыҙ ҡапҡасы булды. Уйын һөҙөмтәһе буйынса, беренсе урынды – дурастар, икенсене – түбәнге хәжәттәр, икенсене ҡара-яҡуптар алды, тип хәбәр итә Шишмә районы гәзите.
Фото "Родник" район гәзите сайтынан.