Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 13:00

Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине

Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур Указ әҙерләнгән. 

Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 89 йәш тулған булыр ине.

Өфөнөң мосолман зыяратында Башҡортостандың беренсе Президентының тыуған көнөндә республика Башлығы Радий Хәбиров, башҡа рәсми кешеләр, мәрхүмдең хәләл ефете Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова һәм туғандары Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ҡәберенә сәскә һалды.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин доға ҡылды. Луиза Ғәлим ҡыҙы менән аралашҡанда Радий Хәбиров Мортаза Ғөбәйҙулла улының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса республика Башлығының указ проекты әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.

“Документта байтаҡ саралар ҡаралған, беҙ уны һеҙгә тапшырырбыҙ, ҡарап сығырһығыҙ, шулай уҡ Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәл эскиздары буйынса ла кәңәшләшербеҙ. Ҡәбер ташының ниндәй булырға тейешлеген дә бергәләп хәл итербеҙ. Өфөләге яңы урамдарҙың береһенә Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен бирергә ҡарар иттек. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр”, – тине Радий Хәбиров.

Луиза Ғәлим ҡыҙы Башҡортостан Башлығына ауыр көндәрҙә иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.

“Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен яңы урамға биреү – бик һәйбәт ҡарар. Элекке урамдың исемен алмаштырыу – сығымлы эш, унда йәшәгәндәргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуа. Ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә, ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткергән Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт”, – тине Мортаза Рәхимовтың хәләл ефете.

“Мортаза Ғөбәйҙулла улы 89 йәшенә тиклем аҙ ғына етә алманы. Яңы йылда эргәһенә барғанда, тыуған көнөн байрам итербеҙ, 90 йәшен дә билдәләрбеҙ, тип өмөтләнгәйнек, әммә яҙмыш үҙенсә хәл итте. 

Әле указ проекты әҙер, уны бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәләл ефетенә тапшырырбыҙ, туғандары һәм яҡындары уны ҡарап сығырға тейеш. Беҙ уны ентекле әҙерләнек – унда Өфө мэрияһына ла республиканың беренсе Президентының исемен баш ҡалалағы яңы стратегик урамдарҙың береһенә биреү буйынса йөкләмә бар.

Беҙ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһы итеп үҙгәртергә тәҡдим итәбеҙ, был дөрөҫ булыр, сөнки ҡасандыр йәш республиканың идара итеү системаһын тап ул ойошторҙо, Дәүләт Йыйылышының ижтимағи-сәйәси үҙәгендә мөһим ҡарар – суверенитет тураһында декларация ҡабул итте һәм Президент булараҡ ант итте. Һәйкәлде тап шул урынға ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Был – ярайһы уҡ күләмле указ, киләһе аҙнала беҙ уны баҫтырып сығарырбыҙ”, – тине республика Башлығы. Был турала Радий Фәри тулы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙып сыҡты.

Фото: bashinform.ru

Сығанаҡ: bashinform.ru

 

Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Бөгөн беренсе Президентыбыҙға 89 йәш тулған булыр ине
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: