Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 23:14

“Башҡорт теле – минең үткәнем, бөгөнгөм, киләсәгем!”

Филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Луиза СӘМСИТОВАға – 50 йәш.

Бөгөн әңгәмә ҡорған шәхес, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованы студент йылдарынан беләм. Уның башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән яҡшы танышмын. Луиза Сәмситова – грамматика, лексикология, лингвокультурология, когнитив лингвистика өлкәһендә 300-ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәттәр авторы, шул иҫәптән уның тарафынан һигеҙ монография, биш уҡыу әсбабы, дүрт методик ҡулланма, дүрт һүҙлек әҙерләнгән, егерме өс Юғары аттестация комиссияһы журналдарында мәҡәләләре баҫылған. Ғилми хеҙмәттәре Өфөлә генә түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сыктывкар, Махачкала, Ҡазан, Силәбе, Абакан, Тобол, Чебоксар, Иркутск, Пятигорск, Якутск һ.б. ҡалаларҙа, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа сит илдәрҙә донъя күргән. Бында мәҡәләләр генә түгел, монографиялар, уҡыу әсбаптары тураһында ла һүҙ бара.  2022 йыл уның өсөн уңышлы булған: ике монография, уҡыу әсбабы, байтаҡ мәҡәләләре баҫылып сыҡҡан, аспиранты Айтуған Ҡуланчин кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлаған һәм раҫлау алған. Был – ҙур шатлыҡ, фәнни ҡаҙаныш.

Шулай уҡ Луиза Хәмзә ҡыҙы төрлө фәнни хеҙмәттәргә рецензиялар яҙа, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының оппоненты булараҡ сығыш яһай, төрлө конференцияларҙа ҡатнаша, мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осраша, лекциялар уҡый – былар уның эшмәкәрлегенең бер өлөшө генә. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Рәсәй ғалимдары менән берлектә коллектив монография яҙыуҙа ҡатнашҡан. Был – уның өсөн йылдың төп уңышы, тип иҫәпләргә була.

– Луиза Хәмзә ҡыҙы, фән донъяһына килеүегеҙ һис осраҡлы хәл түгел: инәйегеҙ Миңлегөл Әхмәт ҡыҙы Садиҡова – республикала билдәле педагог, танылған уҡытыусы.

– Эйе, инәйем 44 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнаны, шуның 25 йылын мәктәп директоры булды. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы. Уны бик төплө белемле, көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе булараҡ беләләр. Миңә лә рус теле һәм әҙәбиәтен унда уҡыу бәхете тейҙе. Һәр дәресе асыш булды, тап уның дәрестәрендә киләсәгемә нигеҙ һалынғандыр, тип уйлайым. Ул уҡыусыларға белем генә бирмәне, ә тормошҡа әҙерләне. Бөгөнгө барлыҡ уңыштарым өсөн инәйем менән әтейемә һәм уҡытыусыларыма бурыслымын. Инәйем уҡыуға, фәнгә һөйөү тәрбиәләне, әтейем дүрт йәштән спортҡа ылыҡтырҙы. Был ике йүнәлеште параллель рәүештә алып барғанда ғына, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

 

– Ни өсөн тап филология һәм тел ғилеме?

– Филологияға һөйөү инәйемдең дәрес­тәрендә һалынды. Белемле булыу, хатаһыҙ яҙыу, һөйләү – уның тормош принцибы. Уҡыусыларына ла тап шуны төшөндөрҙө. Инәйемдең шул тиклем үҙенең предметын, тормошто, кешеләрҙе яратыуы беҙҙә лә сағылыш тапҡандыр, тип уйлайым. Район, республика кимәлендә олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу уй-ниәтемде нығытҡандыр ғына. Әшәй туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуымды Билән урта мәктәбендә дауам иттем. Әшәйҙә лә, Биләндә лә көслө уҡытыусылар уҡытты, уларға рәхмәтем сикһеҙ. Мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға ингәс, ныҡлап фән менән шөғөлләнә башланым. Факультетыбыҙ деканы, абруйлы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың үҙ эшенең оҫтаһы булыуы, телде, әҙәбиәтте, эшен яратыуы филология йүнәлешен дөрөҫ һайлауыма дәлил булды. Билдәле ғалимә, педагогия фәндәре докторы, профессор Лена Ғәли ҡыҙы Сәйәхованың дәрестәре башланғас, артабан тел йүнәлешенән китергә кәрәклекте аңланым. Диплом эшен уның етәкселегендә яҙып, артабан уның һәм арҙаҡлы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, академик Марат Вәли улы Зәйнуллин етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Докторлыҡ диссертациямдың етәксеһе лә Марат Вәли улы булды. Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов, Нәғим Хажғәли улы Ишбулатов, Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов, Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов, Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, Зәки Арыҫлан улы Әлибаев кеүек уҡытыусыларымдың дәрестәрен һағынып иҫкә алам. Хөрмәтле деканыма, ғилми етәкселәремә, уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт. Улар биргән белем, тәрбиә менән алға атлайбыҙ, уңыштарға өлгәшәбеҙ.

 

– Бөгөн башҡорт тел ғилемендә иң мөһим проблемалар тип нимәләрҙе атар инегеҙ?

– Беренсенән, тейешле кимәлдә кадрҙар әҙерләнмәү, икенсенән, йәштәрҙең фәнгә килергә теләмәүе күңелде ҡыра. Был ике мәсьәлә бюджет урындары менән бәйле. Киләсәктә филология йүнәлешенә бюджет урындары күберәк бүленһен ине тигән теләктә ҡалам.

 

– Фәнни күҙлектән ҡарағанда Рәсәй ғилемендә телдәрҙең хәле нисек баһалана?

– “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре” тураһындағы Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы Рәсәй халыҡтары телдәренең үҫеше һәм уны һаҡлау буйынса федераль һәм төбәк программалары ҡабул итеү ҡаралған. Рәсәй Фәндәр академия­һының Тел ғилеме институты ғалимдары тарафынан Рәсәй телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса федераль программа проекты төҙөлдө. Был Программа, комплекслы төҙөлөп, Рәсәй телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бик күп саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Шуны ла әйтергә кәрәк: Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында айына бер тапҡыр Дискуссион-аналитик клубтың тел сәйәсәте буйынса ултырышы үтә, унда бик мөһим һорауҙар ҡарала. Бында Рәсәй субъекттары ғалимдары ғына түгел, ә сит ил белгестәре лә үҙ фекерен әйтеү хоҡуғына эйә.

 

– Башҡорт теленең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

– Ниндәй генә тел булмаһын, ул һаҡлауға, яҡлауға, үҫтереүгә мохтаж. Ошоға ярашлы саралар күрелһә, тел йәшәйәсәк. Фәне бул­ған халыҡтың ғына киләсәге бар! Йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу юлдарын уйларға кәрәк. Ғалимдарыбыҙ күберәк йәш быуын вәкил­дәрен әҙерләһә, төрлө йүнәлештә тикше­ренеүҙәр алып барылһа, өйҙә рухи мөхит тыуҙырылһа, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәр­ҙәребеҙ менән үҙ телебеҙҙә аралашһаҡ, башҡорт теленең киләсәге ҙур, тип уйлайым. Бала тыуғандан алып “Башҡорт теле – мәңгелек тел” принцибында тәрбиәләнһә, киләсәгебеҙ өмөтлө.

 

– Башҡорт һүҙлектәре беҙҙә етерлек кимәлдәме?

– Башҡорт телендә һүҙлектәрҙең ниндәй генә төрө юҡ: аңлатмалы, терминологик, этимологик, мифологик, лингвокультурологик, фразеологик, диалекттар һүҙлеге һ.б. Мәхмүт Ҡашғариҙың “Дивани лөғәт әт-төрк” энциклопедик хеҙмәте, М.М. Биксурин, В.В. Катаринский һ.б. һүҙлек­тәре, бигерәк тә Октябрь революцияһынан һуң сыҡҡан орфографик һүҙлектәр һуңғараҡ сыҡҡандары өсөн нигеҙ булып тора. Ҡ.З. Әхмәр, Р.Ғ. Аҙнағолов, З.Ғ. Ураҡсин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Ә.Ғ. Биишев, Г.Д. Зәйнуллина, Н.Ф. Суфиянова, З.Ҡ. Ишмөхәмәтов, М.Х. Әхтәмов, Ф.А. Нәҙер­шина һәм башҡа ғалимдарҙың һүҙлектәре донъя күрҙе. Бөгөн лексикография өлкәһендә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова етәксе­ле­гендә күп эштәр эшләнә. Рәсәйҙә башҡорт­тарҙа (10 том) һәм яҡуттарҙа (15 том) ғына күп томлы аңлатмалы һүҙлек донъя күрҙе. Ф.Ғ. Хисамитдинова етәкселегендә сыҡҡан ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙ­леге” – бөгөн һәр кемдең өҫтәл китабы. Шулай уҡ уның етәкселегендә этимологик һүҙлек әҙерләнә. Киләсәктә орфоэпик һүҙлек әҙерләү эшенә лә тотоноусылар булыр, тип өмөт итәм.

 

– Ҡайһы бер фән әһелдәре телдең таҙалығы хаҡында саң ҡаға. Нисек уйлайһығыҙ, ҙур Ер шарында башҡорт телен саф килеш һаҡлау мөмкинме? Был ни өсөн кәрәк? Әллә башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр булыуы телде юғалтыуға янаймы?

– Һәр башҡорт туған телен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерһә, телебеҙ мәңге йәшәйәсәк. Уның саф булыуы ла тик үҙебеҙҙән тора, бының өсөн, тәү сиратта, һәр милләттәшебеҙ үҙ телен яратырға, хатаһыҙ яҙырға һәм һөй­ләргә тейеш, шулай уҡ киләсәк быуындарға еткереү сараһын күрергә бурыслы. Интернациональ һүҙҙәр һәр телдә ҡулланыла. Һәр телдең эквивалентһыҙ лексикаһы булған кеүек үк, интернациональ һүҙҙәр ҙә булырға тейеш. Әҙәби тел менән бергә диалект­тарыбыҙҙы ла һаҡлау мөһим, улар телебеҙҙе байыта ғына.

 

– Интернеттағы башҡорт телен күҙәткәнегеҙ барҙыр әле?

– Эйе, бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Башҡорт телендә сыҡҡан яҙмаларҙың күп булыуы – яҡшы күренеш. Был – телде һаҡлауға ҡоролған сәйәсәттең мөһим йүнәлешенең береһе. Үкенескә ҡаршы, хаталар ҙа күп. Һәр кем иғтибарлы булһын ине.

 

– Һеҙҙеңсә, башҡортса контентта ниндәй хаталар йыш осрай?

– Пунктуация хаталары бик күп китә. Уларҙы ебәрмәҫ өсөн грамматиканы белеү мөһим, сөнки һөйләмдең төҙөлөшөн белмәйенсә, тыныш билдәһен дөрөҫ ҡуйып булмай. Иң йыш ҡабатланғандар исемлегенә хәл әйтемдәре янында – өтөр, ҡушма, хатта ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәһен ҡуя белмәүҙе индерергә була. Мәҫәлән: Бөгөн музыка көнө. Һуңғы ваҡытта бик күптәр бөгөн һүҙенән һуң һыҙыҡ ҡуя башланы. Ҡайһы ҡағиҙәгә тап килә ул, ни өсөн ҡуйыла, был турала берәү ҙә уйламай. Йыш ҡабатланған хаталарға туҡталайыҡ.

l Ҡушма һәм тиң хәбәрҙәрҙе бутайҙар, шунлыҡтан тыныш билдәһе дөрөҫ ҡуйыл­май. Мәҫәлән: Айгөл килде лә, ҡуҙғалдыҡ. Айгөл килде лә эшләне.

l Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйыу осрағын белмәүселәр ҙә бар: Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу.

l Эйә һөйләмдә ике нөктә урынына һыҙыҡ ҡуйыусылар күп. Бында баш һөйләмдең эйәһе булмай, ә уның хәбәре күсемһеҙ ҡылымдан йәки асыҡ, билдәле, мәғлүм һүҙҙәренән килә. Эйә һөйләм менән баш һөй­ләм араһында ике нөктә ҡуйыла. Мәҫәлән: Иң мөһиме: кеше бул!

l Тип бәйләүесе менән бәй­ләнгән тултырыусы һәм маҡсат һөй­ләмдәрҙе бутайҙар, шунлыҡтан өтөр­ҙәр дөрөҫ ҡуйылмай: Һин белә, тип уйланым. Һин белһен тип, тырышам.

l Тигән һүҙе булған аныҡлаусы һөйләм менән тура телмәрҙе бутайҙар: Өфө ҡала­һынан Ташбатҡан ауылына губернатор килә тигән хәбәр ауыл халҡына бер самауыр сәй эскәнсе таралып өлгөрҙө (Ж.Ғ. Кейекбаев).

– Губернатор бөгөн килә, – тигән рәйес.

l Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә ялғауҙар ярҙамында эйәреп килгәндә, һөйләмдәр араһында бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай: Һөнәре юҡтың ҡәҙере юҡ.

l Хәбәре ҡылымдан йәки башҡа һүҙ төркөмө һәм икән киҫәксәһенән килгән шарт һөйләмдәрҙә тыныш билдәһен дөрөҫ ҡуймайҙар. Мәҫәлән: Рухың бар икән – киләсәгең өмөтлө!

l Хәбәр вазифаһын үтәгән бер үк һүҙ ике йәки бер нисә тапҡыр биреләһе урынға бер мәртәбә генә ҡулланылһа, алдағы хәбәрҙәр урынына һыҙыҡ ҡуйыла: Һаулығың – ныҡ, кәйефең – күтәренке, ғүмерең оҙон булһын!

l Өндәш һүҙҙәр янында өтөр ҡуйыла: Байрам менән, дуҫтар!

l Ҡыҫҡартылған һүҙҙәргә ялғау тулы әйтелешенә түгел, ҡыҫҡа әйтелешенә ҡарап ҡушыла: РФ-тың, БР-ҙың, АҠШ-ҡа.

l Уҡыу йылы ҡыя һыҙыҡ аша яҙыла: 2022/2023 уҡыу йылы.

l Рим һандары һәм датаны белдергән ғәрәп һандары ялғауһыҙ яҙыла: ХХI быуат, 9 май, 20 октябрь, 1990 йылдар, 90 йылдар.

l Һан аҙағында килгән рәт һаны ялғауҙары һыҙыҡса аша яҙыла: 1-се урын, 2-се дәрәжә, 3-сө класс, 9-сы көн, 20-се рәт.

Орфографик хаталарҙан түбәндәгеләр йыш осрай:

l ь һәм ъ билдәләрен бутайҙар. Мәҫәлән: көньяҡ, төньяҡ, ашъяулыҡ, ҡулъяҙма һ.б.;

l ялғауҙар яҙылышын белмәүселәр ҙә бар: яугирҙар, ғалимдар, шағирҙар;

l фамилиялар яҙылышы: фамилия -ов, -ова, -ева, -ина тип тамамланһа, ҡалын ял­ғау ҡушыла, -ев, -ин тип бөтһә, тамырында нә­ҙек һуҙынҡылар булһа – нәҙек, ҡалын һу­ҙынҡылар булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: Ғә­лиева – Ғәлиевала, Вәлишин – Вәлишинде;

l -ль, -нь хәрефтәренә йәки ике тар­тынҡыға бөтөп (-брь, -фть, -рмь, -мль), һуң­ғы­һы йомшаҡ әйтелһә, ялғау ҡушылғанда, ь төшөп ҡала һәм нәҙек ялғау ҡушыла: июль – июлдә, октябрь – октябрҙә, нефть – нефтте, Пермь – Пермдә;

l ике бер иш тартынҡыға бөткән һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда, бер тартынҡы төшөп ҡала: класс – класта, грипп – гриптан;

Иҫкәрмә: яңғыҙлыҡ исемдәрҙә ҡуш тартынҡылар һаҡлана! Донбасс – Донбассҡа, Вальтер Скотт – Вальтер Скоттҡа;

l ҡайһы бер һүҙҙәрҙең яҙылышын белмәү: бала саҡ, фиҙакәр, ниһайәт;

l ялғау менән көсәйтеү киҫәксәһен бутау бик йыш ҡабатлана: Урманда төрлө кейектәр күп. Урман да алтынға төрөнгән.

Иҫкәрмә: ҡәнәғәтлекте белдергән әлдә һүҙендәге - дә ҡушылып яҙыла: Әлдә ямғыр яуҙы.

l Уйламай тәржемә ителгән һөйләмдәр. Мәҫәлән: Сиратта “Актерҙар йорто” туҡталышы.

 

– Төньяҡ-көнбайыш диалектын үҫтереү өсөн беҙ нимәләр эшләргә тейеш?

– Фәнни күҙлектән ҡарағанда диалектология өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыу, булған хеҙмәттәрҙе ҡайтанан баҫтырып сығарыу, уларҙы төрлө телдәргә тәржемә итеү, цифрлаштырыу – телебеҙҙең байлығын һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр. Һәр диалект – ҙур хазина. Уны һаҡлағанда, яҡлағанда ғына, киләсәгебеҙ өмөтлө. Рәсәйҙә 2012 йылдан алып филология фәндәре докторы, профессор Юлия Викторовна Норманская етәкселегендә “Lingvodoc” проекты тормошҡа ашырыла. “Lingvodoc” – юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәрҙе һаҡлау, аудиоһүҙлектәрҙе, ғилми хеҙмәттәрҙе күп тапҡыр ҡулланып була торған система. Унда бөгөн Рәсәй телдәренең меңдән ашыу диалект һәм һөйләше тупланған. Ошо тел ҡомартҡыларын цифрлаштырып, телде һаҡлап алып ҡалыу, шулай уҡ телселәрҙән тыш археолог, антрополог, генетиктарҙың бергә эшләү мөмкинлеге бар. Бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары ошо йүнәлештә ең һыҙғанып эшкә тотонған.

 

– Йәштәрҙең теле ярлы, тиҙәр. Ғөмүмән, телде байытыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Бик бай телле йәштәребеҙ бар! Уларҙы күрә, ваҡытында баһалай белергә кәрәк. Телең бай булһын өсөн, бик күп әҙәби әҫәр уҡыу мөһим. Китапҡа һөйөү мәктәп йылдарынан тәрбиәләнергә тейеш. Бала ниндәй генә һөнәр эйәһе булырға теләмәһен, үҫешер, масштаблы фекер йөрөтөр, заман менән бергә атлар өсөн туған һәм башҡа телдәрҙә әҙәби әҫәр уҡыуы мөһим! Шулай уҡ даими аралашыу, театр түңәрәгендә шөғөлләнеү, шиғыр ятлау кеүек алымдар тел байлығын арттырыуҙа әһәмиәткә эйә.

 

– Рәсәйҙә ҡайһы халыҡтың тел ғилеме беҙҙекенә ҡарағанда үҫешкән? Бәлки, беҙ күп яҡлап алда барабыҙҙыр?

– Һәр халыҡтың ғалимдары, зыялылары бар, һәр береһе үҙ өлкәһендә тырышып хеҙмәт итә. Ғорурланырлыҡ тарихыбыҙ, үткәнебеҙ, халыҡ ижады, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ бар, башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге хеҙмәттәр ҙә күптәргә өлгө була ала. Башҡорт тел ғилеменең бөтә өлкәләре лә ентекле тикшерелгән, тикшерелә, шулай ҙа фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу, фәнни-методик хеҙмәттәр яҙыу, эшләнеп бөтөлмәгән урындарҙы эшләйһе бар әле.

 

– Һәм һуңғы һорау – шәхсән һеҙҙең өсөн нимә ул башҡорт теле?

– Башҡорт теле – минең үткәнем, бөгөнгөм, киләсәгем! Йәшәйешемдең нигеҙе, тормошомдоң ҡото, һуты, йөкмәткеһе, йәме, тәме лә ул! Башҡорт теле – мәңгелек тел!


Лариса АБДУЛЛИНА

Читайте нас: