Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 11:00

"Әбйәлил ҡаҙыһы килеп етте, рәхмәт!"

Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр халыҡ йыйып ебәргән күстәнәстәрҙе алған.

"Әбйәлил ҡаҙыһы килеп етте, рәхмәт!""Әбйәлил ҡаҙыһы килеп етте, рәхмәт!"
"Әбйәлил ҡаҙыһы килеп етте, рәхмәт!"

Республика етәкселеге, район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр йыш ҡына Донбасс яғына гуманитар ылауҙар менән юлға сығып тора. Яңыраҡ Әбйәлил районы делегацияһы ла барып ҡайтты. 

Улар илткән кәрәк-яраҡ, күстәнәстәргә ундағы яугирҙәр бик ҡыуанған. Ҡаҙы ла, генераторҙар ҙа иң кәрәкле нәмәләр, ти улар. "Тыуған яғыбыҙҙан ҡайнар сәләмдәр һәм күстәнәстәр алыу беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Уларҙы йылы мөнәсәбәт һәм һөйөү менән йыйғандарын беләбеҙ. Тыуған төйәгебеҙҙән хәбәр алғас, күҙ йәштәрен тыя алманыҡ. Бик ҡыуандыҡ. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа беҙгә ярҙам иткән һәм борсолған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙ беҙҙең хәрби рухты күтәрҙегеҙ, бөтәгеҙгә лә баш эйәбеҙ. Өйҙән алыҫта булғанда был айырыуса ҡиммәтле. Беҙ ббашҡа төбәк егеттәрен дә һыйлай аласаҡбыҙ", - ти яҡташтарыбыҙ.

Ҡайһы берҙә бер район кешеләре әҙерләгән гуманитар ярҙам икенсе төбәк егеттәренә барып эләгә. Был да һәйбәт. Бер видеояҙмала шулай Ейәнсура егете Әбйәлил районының Үтәгән ауылы халҡына тәмле күстәнәстәр өсөн рәхмәт еткергәйне.

Дуҫ, татыу, берҙәм булыуға ни етә!

Фото: https://vk.com/oskon_1932

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас