Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 10:00

Еңеүсе ауыл өсөн бүләк шәп!

"Юлдаш" радиоһы яңы бәйге иғлан итә. Конкурс һөҙөмтәләре иртәнге “Теге өсәү” тапшырыуында иғлан ителәсәк. Бәлки, тап һеҙҙең ауыл еңеп сығыр? 

Еңеүсе ауыл өсөн бүләк шәп!Еңеүсе ауыл өсөн бүләк шәп!
Еңеүсе ауыл өсөн бүләк шәп!

Башҡортостан Республикаһында "Атайсал өсөн файҙалы эштәр” йылы сиктәрендә "Юлдаш" радиоһы "Атайсалға хеҙмәт итәм" конкурсы иғлан иткәйне. Проекттың маҡсаты – республика халҡының йәмәғәтселек әүҙемлеген дәртләндереү, тыуған төйәккә ярҙам күрһәтеү идеяһын алға этәреү. Конкурс республикалағы иң яҡшы ауыл биләмәһен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Ошо көндәрҙә “Юлдаш” радиоһы "Атайсал өсөн файҙалы эштәр" йылына арналған конкурстың беренсе еңеүсеһен асыҡлаған һәм икенсе этап башланыуын иғлан иткән.

Конкурса ҡатнашыусылар үҙҙәренең ауылында башҡарылан матур эштәр тураһында һөйләгән һәм "Юлдаш" радиоһының социаль селтәрҙәге төркөмөнә фотоһүрәттәр ебәргән. Финалға Башҡортостандың 10 тораҡ пункты сыҡҡан. Еңеүсене радио тыңлаусылар һәм төркөмгә яҙылыусылар “Бәйләнештә” төркөмөндә тауыш биреү юлы менән һайлаған. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Йылайыр районының Юлдыбай ауылы еңеүсе тип танылған.

Конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Радио тыңлаусыларҙың күп һанлы һорауҙары буйынса конкурсты дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ойоштороусылар "Атайсалға хеҙмәт итәм" конкурсының икенсе этабын уҙғарыу тураһында иғлан итә. Ул 7-28 февралдә уҙасаҡ, ике еңеүсе 500-гә тиклем һәм 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттар араһында асыҡланасаҡ.

Беренсе этапта конкурста ҡатнашыусыларға ауылдарында башҡарылған эштәрҙең тасуирламаһы менән ике фотоһүрәт әҙерләргә һәм уларҙы социаль селтәрҙәге "Юлдаш" төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Эштәр 17 февралгә тиклем ҡабул ителә. Финалға “Бәйләнештә” төркөмөндә иң күп тауыш йыйған һәр категориянан биш ауыл биләмәһе (дөйөм һаны – ун) үтәсәк. Еңеүселәрҙе шулай уҡ радио тыңлаусылар һәм яҙылыусылар тауыш биреү юлы менән һайлай. Конкурс һөҙөмтәләре 1 мартта иртәнге “Теге өсәү” тапшырыуында иғлан ителәсәк.

Өс еңеүсе өсөн “Юлдаш” үҙенсәлекле бүләк – башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм радиоканалдың ижади коллективы ҡатнашлығында ҙур күсмә концерт әҙерләй. Концерттан алынған аҡса ошо ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Фото: "Юлдаш" радиоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас