Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 23:09

Халҡы өсөн өҙөлөп тора

Илһөйәрлек тәрбиәһе мөһим.

Рауза Сәйфулла ҡыҙы Саҙретдинова эшһөйәр ғаиләлә үҫә. Сығышы менән Ейәнсура районы Ибрай ауылынан булһа ла, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәт йылдары Мәләүез районына арналған.  Биш балаға ғүмер биргән ата-әсәһе колхозда эшләй, ул ваҡытта төрлө һөнәрҙе үҙ итергә тура килә уларға. Балалары ла уңған булып үҫә.

Рауза инәйемдең белемгә ынтылышы ҙур була. “Китаптар менән ҡыҙыҡһындым, төрлөһөн уҡыным. Китап – әҙәм өсөн ғәжәйеп бер донъя, уның хаҡын белмә­гәндәр уға суммай. Шул донъяға сумдың икән – мәңге туймай йәшәрһең, тиҙәр бит әле”, – ти ул.

– Атайым дини кеше булды, ике өй аша ғына мәсет бар ине. Иман йортоноң манараһында китаптар өйөлөп ята торғайны, мәҙрәсәнән һуң ҡалған булған улар. Араһында туҙып бөткәндәре лә бар ине, яңылары ла булды. Уҡырға тип менеп, шунда хатта йоҡлап киткән саҡтарҙа әсәйем уятып алып ҡайта ине. Нисә йәш булғанын иҫләмәйем, башланғыс кластар осоро булғандыр инде. Китапханалағы булған әҙәбиәтте уҡып бөткәйнем, – тип йылмая инәй. – 60-сы йылдарҙа был байлыҡ юҡҡа сыҡты, бинаны емерҙеләр, ә китаптар юғалды.

Төрлө әҙәбиәт уҡырға яратҡан ҡыҙ өсөн был ысын ҡайғыға әйләнә. Бәләкәйҙән ҡулынан китап төшмәгән Рауза Сәйфулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар дауамында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Йәш саҡтан уҡ милләттең киләсәге өсөн һыҙланып, борсолоп, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур иғтибар бүлгән.

“Көнгәк” милли ойошмаһы ағзаларының береһе лә ул.  Әлеге көндә лә “халҡым”, “телем” тип янып йөрөгән шәхестәрҙең береһе. Ағинәйҙе милләтебеҙҙең сағыу йондоҙо тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Һарыш мәктәбенең элекке директоры бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Стәрлебашта үткән төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар фестиваль-конкурсында икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙы Рәсимә, Гөлназ һәм улы Ришат – хәҙерге көндә үҙҙәре атай-әсәй. Уларҙы ла эшһөйәр кеше итеп үҫтергәндәр.

“Яратҡан һөнәрең буйынса эшләһәң, ғәзиз балаларың иҫән-һау булһа, һинең өсөн өҙөлөп, ярҙам итеп йөрөһә, беҙгә, әсәләргә, шул иң ҙур бәхет инде”, – ти Рауза инәйем.

Эйе, ғүмер ағын һыу кеүек – үткәне һис һиҙелмәй. Уның кешегә тик бер генә бирелгәнен белһәк, ҡайһы ваҡыт тор­моштағы уңайһыҙлыҡтар, ваҡ мәсьәләләр өсөн күңел ғазаптары кисермәҫ инек.

“Матур йәшәргә, намыҫлы хеҙмәт итергә кәрәк. Илде алға ебәреү өсөн тырышыу мөһим”, – ти Рауза инәй. Уның һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.


Гөлназ САЛАУАТОВА

Читайте нас: