Әҙәм балаһы ни тиклем зауыҡ менән йорт-ҡураһын, архитектура ҡомартҡыһы булырҙай биналар төҙөмәһен, нисек кенә затлы кейенмәһен – тәбиғәт тыуҙырған матурлыҡҡа, камиллыҡҡа еткерә алмай.
Кешеләр хаҡында
Беренсе һүҙем юғары аң эйәләре – кешеләр хаҡында. Һәр кем, һәр халыҡ милли холҡо, тышҡы ҡиәфәте менән үҙенсә матур. Тәбиғәт уларҙы төрлө-төрлө итеп, төрлө телле итеп яралтҡан. Ер шарының һәр бер мөйөшөндә ғәйәт күп төрлө тауыштар, өндәр ишетеп үҫә әҙәм балаһы. Әлбиттә, был тәбиғи ауаздарҙы кеше мейеһе үҙенә һеңдермәй ҡалмай.
Планетабыҙҙа ҡояш нурҙары ла тигеҙ таралмай. Тәбиғәт һәр бер йән эйәһен төрлө ерлектә йәшәрлек итеп яралтҡан. Тимәк, төрлө илдәрҙә йәшәгән, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙе бер ҡасан да бер телле, бер мәҙәниәтле халыҡ итеп берләштерә алмаясаҡтар. Тәбиғәт һәр бер нәмәне мең-мең төрлө төҫтәрҙә, мең-мең төрлө өндәр солғанышында, мең-мең төрлө йылылыҡ өләшеп барлыҡҡа килтергән. Әгәр кеше ошо тәбиғи асылынан алыҫлаша башлаһа, донъя камиллығын юҡҡа сығарырлыҡ донъяуи мәсьәләләргә тағы ла яҡыныраҡ киләсәк. Әкрен генә, үҙе лә һиҙмәҫтән.
Мин Каспий диңгеҙен алыҫтан тәү күргәндә уны йәшел урманға оҡшаттым. Эйе, йыраҡтан ҡарағанда урман төҫөндә ул. Йәшкелт төҫтө диңгеҙҙә үҫкән ылымыҡтар бирә икән. Беҙ ҙә яр ситендәге мүкләнгән һымаҡ күренгән таштар өҫтөндә уртырған аҡсарлаҡты фотоға төшөрөп алғайныҡ. Каспийҙың һыуы бысрағыраҡмы, әллә йылыраҡмы, сөсөрәкме, тип был күренеш тыуҙырған һорауға яуап таба алманыҡ. Бәлки, шундай диңгеҙ үҫемлеге лә булғандыр.
Был үҙенсәлекле диңгеҙгә 130 сөсө һыулы йылға ҡоя. Каспий диңгеҙе быуаттар төпкөлөнән беҙҙең башҡорт халҡының аһ-зарын да, ҡайғы-шатлыҡтарын да, ҡатын-ҡыҙҙың, хатта ир-егеттәрҙең дә һыҡтауын йәки бәхеттән күктең етенсе ҡатына менерҙәй булып шатланыуын да белгән һымаҡ, сөнки башҡорт холҡоноң хис- тойғоларын үҙ эсендә ҡалдыра. Ҡаты характерлы, бәғерһеҙ булғаны өсөн түгел! Тәбиғәт балаһы, моғайын, мәғрур ҡаялары, бейек тауҙары, талғын да, ярһыу ҙа йылғалары, тын күлдәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә, уйҙары менән бүлешә, уларға түкмәй-сәсмәй тәрәндә, ете ҡат йоҙаҡ аҫтына йәшерелгән серҙәрен дә һөйләй. Халҡыбыҙ Иҙеленә мөрәжәғәт итеп: “... Минең ҡайғыларымды ла алып кит шул диңгеҙгә...” – тип йырлай бит (ҡәрҙәштәребеҙ йәмле Ағиҙелдәренең дә диңгеҙгә ҡойғанын яҡшы белгән, тигән дәлил был). Изге тауҙарыбыҙ итәгенән башланып, мәғрур ҡая-таштарҙы яра-яра башҡорт иле һыулаған һыуҙар тап ошо диңгеҙгә барып баш һалғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Бында ваҡ ҡына һары ҡомло һыу инеү урындары ла, һыуҙың яйлап ҡына тәрәнәйеүе лә, әйтерһең, кеше ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн махсус ҡоролған тейерһең.
Ҡыраҡа тауындай күренә
Каспий диңгеҙе ярынан ҡарағанда Кавказ тауҙары беҙҙең Ҡыраҡа тауҙарынан әллә ни айырылмай кеүек. Һыу ятҡылығы атамаһы ошо ерлектә йәшәгән боронғо ҡәбилә исеменә барып тоташа, тип тә әйтәләр. Хвалынский диңгеҙе тигән исеме лә булған икән ҡасандыр. Әстрхан яҡтарында йәшәгән ҡәбилә булған икән улары ла. Ә ниңә беҙҙең Башҡортостанда ер-һыу атамаларының әйтелешен боҙоп, русса атарға юл ҡуйыла һуң?! Туристар өсөн атамаларҙың инглиз һәм рус телендә булыуы шарт тип тә ебәрә ҡайһы берәүҙәр. Ниндәй бер ҡатлылыҡ! Тейешле инфраструктура булмайынса, туристарҙың беҙҙең яҡҡа килеп аҡсаһын ҡалдырып китеүе бик тә икеле. Ысынлап та, әлегә беҙҙә йүнле кафелар ҙа, ҡунаҡханалар ҙа, хатта юл буйында ябай ғына соҡор ҡаҙып эшләнгән бәҙрәфтәр ҙә юҡ тиерлек... Яҡын киләсәктә булмаҫ кеүек.
Кеше тәбиғәте оҙайлы ял итеү өсөн күберәк йылы, ҡояш көҫәй. Башҡортостандағы ҡыҫҡа йәй өсөн береһе лә бындай ҙур күләмле проекттарға тотонмаҫ кеүек, минеңсә. Ҡыштың оҙон булыуы менән тәбиғәт үҙе башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу өсөн махсус тырышлыҡ һала кеүек. Әммә русса-инглизсә дөрөҫлөккә тап килмәгән күрһәткестәр аҙым һайын. Минеңсә, ул башҡортса атамалар, иң беренсе нәүбәттә урындағы ерле халыҡ өсөн кәрәк, уның үҙенсәлеген, легендаларын, ерлелеген һаҡлау өсөн.
Алһыу, Күк ҡаялар ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
Ҡара, Аҡ, Ҡыҙыл, Һары диңгеҙҙәр... XXI быуатта беҙҙә лә Алһыу, Күк ҡаялар барлыҡҡа килде... Ҡайҙан килеп сыҡҡан был атамалар? Ярай был атамаларҙың Ҡолсоғаҙыташ, Ҡыҙылташ булған төп атамаһын беҙ беләбеҙ, ә киләсәк быуын онотоп ҡуясаҡ бит... Тәртипһеҙ рәүештә ер-һыу атамаларын алмаштырыу үтә ныҡ ябайлаштырыуға алып киләсәк. Минең кеүек туристарға һөйләр мәғлүмәт тә булмаясаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡариҙелебеҙ бар ине – уны ла юғалттыҡ, Ағиҙелебеҙ буйында йәшәгән күп бала уның башҡортса атамаһын белмәй.
Зәңгәр һыулы Ҡара диңгеҙ атамаһы шторм ваҡытында диңгеҙҙең ҡап-ҡара булыуынан да, тәбиғәт шарттарының үҙенсәлеге арҡаһында сәйәхәтселәрҙе һәр ваҡыт хәүеф, бәлә-ҡаза һағалағанлыҡтан да килеп сыҡҡан тиҙәр. Тимәк, борон кешеләр был диңгеҙ буйында йыш ҡына ҡара (ҡайғылы) көндәр менән осрашҡанда матур һыу ятҡылығына өшәндергес атама биргән тип аңларға кәрәктер. Был тәғлимәт менән килешмәү мөмкин түгел. Хәҙерге ландшафына иғтибар иткәндә, элекке замандарҙа Ҡара диңгеҙ ярында, тау-таш араһында үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡ булғандыр, тигән уйҙар тыуа. Ярҙан төшөү менән һыу ҙа ҡапыл тәрәнәйә. Пляжда ла ваҡ ҡом түшәлеп ятмай. Ял итеүселәр эркелешеп эреле-ваҡлы таштар өҫтөндә ҡыҙына.
Дүрт йылдың дүрт миҙгелен күрәбеҙ
Ҡояшлы Сочи ҡалаһы таҙа һыулы тау йылғаһы исеменән алынған икән. “Сочи” һүҙе этимологияһы адыг теленән “диңгеҙ буйында йәшәүсе ырыу” мәғәнәһен бирә, тип яҙылған интернетта.
Чечняла һәм Дағстанда ажғырып аҡҡан тау йылғаларының ҡом-балсыҡлы булғанына иғтибар бирҙем. Автобуста китеп барғанда бер ҡатындан ошо турала һорамайса булдыра алманым. Ул бейек Кавказ тауҙарында ҡойма ямғырҙар ҙа, йәй буйына иреп аҡҡан ҡар һыуҙары ла быға сәбәп булыуын аңлатты. Мин үҙебеҙҙең сөсө, таҙа һыулы, ярҙарында бөҙрәләнеп үҫкән таллы, муйыллы, баланлы йылғаларыбыҙҙы һағынып киттем. Диңгеҙҙәребеҙ булмаһа ла, эҫе ҡояш нурҙарын мул өләшеп иркәләмәһә лә, беҙ йылдың дүрт миҙгелен дә күреп, Хоҙай ҡөҙрәте менән бирелгән ризыҡтарҙы ейеп, булғанына шөкөр итеп, тормошобоҙҙан бик тә ҡәнәғәт йәшәйбеҙ. Ә диңгеҙ буйҙарын, сит илдәрҙе күреү өсөн бөгөнгө заман кешеһенә бар мөмкинлектәр ҙә бирелгән. Донъялар имен, баштар һау ғына булһын.
Көтөлмәгән осрашыу
Тау менән тау осрашмаһа ла, кеше менән кеше осраша. Киске сәғәт 11-гә тиклем Адлерҙағы Олимпик-паркта фонтандар шоуын ҡарағандан һуң, автобуста фатирыбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ. Пассажирҙар араһында башҡортса һөйләшкән кешеләр иғтибарҙы йәлеп итте. Һүҙ ялғайбыҙ. Юлдаштарыбыҙ бер ҡалала йәшәп тә һирәк күрешкән ауылдаштарыбыҙ булып сыҡты.
Яҡташтар менән осрашыу бының менән генә бөтмәне – Питерҙың күперҙәре асылғанда: “Беҙҙекеләр икән дәбаһа”, – тип көлөп, Нева йылғаһынан Мостай Кәрим исемендәге круиз лайнеры үткәнен ҡарап ҡалдыҡ. Кем белә, бәлки, ошо лайнерҙа беҙгә лә сәйәхәт итеү тәтер.
Сәйәхәт уйландырҙы
“Күҙәтеүҙәргә һәләтһеҙ сәйәхәтсе ҡанатһыҙ ҡошҡа тиң” тип әйткән Мосли Еддин Саатан. Сәйәхәттә саҡта төрлө ҡыҙыҡлы сағыштырыуҙарға юлығаһың. Бынан бер нисә йыл элек Ырымбурҙа, ҡалала йәшәгән халыҡтар хөрмәтенә арналған “Милли ауыл” комплексын күреп, бик хисләнеп ҡайтҡан инем. “Ырымбур халҡына ниндәй хөрмәт!” – тип һоҡланып йөрөнөм шул мәлдә. Йөкмәткеле бер объект эсендә төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәте, тарихы, милли аш-һыуы, ғөрөф-ғәҙәте менән танышыу мөмкинлеген бирә был урын. Ошо проект авторҙары тураһындағы мәғлүмәт яҙылған ерҙә, “Бына кемдәр икән шундай башлы кешеләр”, тип уларҙың исем-шәрифтәрен ихлас уҡый торғайным. Ниңә беҙҙә лә шуға оҡшаш берәй объект булдырмайҙар икән, тигән фекер тыуҙы ул ваҡытта. Ниһайәт, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә аяҡ баҫырға яҙҙы. Бындағы матурлыҡта ул ваҡыттағы союздаш республикаларға хөрмәт, хеҙмәт кешеһен данлау идеяһы ярылып ята. Ырымбурҙың “Милли ауылы” ошо йәһәтенән ВДНХ-ға оҡшаш. Ижади, илһөйәр кешеләр матур проектты үҙҙәренә яраҡлаштырып эшләп ҡуйған булып сыҡты.
Шул уҡ ВДНХ-ла илебеҙҙең күп милләтле халҡын кәүҙәләндергән фонтан да беҙҙең Өфөләге “Ете ҡыҙ” фонтанында сағылыш тапҡан. Башҡорт халыҡ ижадының сағыу өлгөләренең береһе булған легенданы һынландырған, башҡорт ҡатын-ҡыҙына дан йырлаған был объект та күптән республика халҡының, ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әүерелгән.
Шәп идеялар, күркәм өлгөләр, яҡшы эштәр шулай төрлө сағылышта йәшәргә, үҫергә, яңынан-яңы башланғыстарға йүнәлеш бирергә тейеш.
Гөлсибәр ШАКИРОВА
Белорет ҡалаһы.