

Башҡортостанда йәшәгәндәр 2023 йылдың 1 февраленән 3 мартына тиклем “Фәнде һәм технологияларҙы популярлаштырыу” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының ике грант конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирә ала.
Грант ярҙамының яңы программаһы буйынса тәүге конкурс – фәнни-популяр контент булдырыусы авторҙар һәм авторҙар коллективы өсөн. Грант күләме – 1-ҙән 5 миллион һумға тиклем.
Грант ярҙамының яңы программаһы буйынса икенсе конкурс – фәнде популярлаштырған сараларҙы ойоштороусылар өсөн. Грант күләме – 20-нән 50 миллион һумғаса.
Гранттарҙы башҡарыуҙың мотлаҡ шарты – киң мәғлүмәт сараларында һәм Интернетта проектты мәғлүмәти оҙатыу.
Ҡатнашыу өсөн ғаризаны ошо һылтанма аша https://clck.ru/33RPe9 һәм ошонда https://clck.ru/33RXXK тапшырырға була.