Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2023, 21:40

Евразияның күсмә цивилизациялар музейы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразияның күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның концепцияһын республика етәксеһе былтыр июлдә раҫлағайны.

Музей комплексы Шишмә районындағы Турахан мавзолейы биләмәһендә урынлашасаҡ.

Кәңәшмәлә министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре,  ғилми йәмәғәтселек һәм туризм даирәһе белгестәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Евразияның күсмә цивилизациялар музейының һәм реакреация-туристик объекттарҙың ентекле юл картаһын эшләргә ҡушты. Уны Хөкүмәтте киләһе аҙнала тикшерергә йыйыналар.

“Беҙ был масштаблы проекттың дөйөм концепцияһын, уның йөкмәткеле өлөшөн аңлайбыҙ. Эш графигын һәм күләмен нығытыу, бының өсөн яуаплы кешеләрҙе билдәләү мөһим”, – тине республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас