Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин Башҡортостан Прокуратураһының 2022 йылғы эш йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырышта ҡатнашты.
Ултырыш алдынан улар халыҡтан мөрәжәғәттәр менән эшләү һәм төбәктең власть органдары менән хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара кәңәшмә уҙғарҙы.
“Үткән йыл ябайҙан булманы. Прокуратура граждандарҙың социаль, хеҙмәт, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Ҡануниәтте боҙоуҙың 90 меңгә яҡын осрағы асыҡланған. Уларҙы төҙәтеү өсөн тейешле саралар күрелгән, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – Хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты ҡаплатыу өсөн байтаҡ эш үткәрелгән. Прокуратура ярҙамында былтыр 625 инвалид бала тейешле дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Республикала йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙың береһе – алданған өлөшсөләр. Халыҡ хәҙер улар буйынса енәйәт эштәрен әүҙемерәк алып барыуҙы талап итә. 2024 йылға был проблема хәл ителеп бөтөр тип ышанам. Прокуратураның, республиканың дәүләт власы органдарының һәм хоҡуҡ һаҡлау структураларының берлектәге эшенең мөһим йүнәлеше – коррупцияға ҡаршы көрәш. Былтыр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә 2,5 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Прокурорҙар талабы буйынса 1,5 мең норматив акттан коррупция факторҙары алып ташланған”.
Радий Хәбиров артабан да алда торған мөһим бурыстарҙы бергәләп хәл итә барасаҡтарына ышаныс белдерҙе һәм прокурорҙарға уларҙың яуаплы эштәрендә уңыштар теләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.